Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2023, 14:00

Берҙәм биометрик системала үҙең тураһындағы мәғлүмәтте алып ташларға мөмкинме?

Биометрия - шәхси биологик һәм холоҡ характеристикалары буйынса кешене идентификациялау. Биометрияның киң таралған биш тибы бар: бармаҡ эҙҙәре, бит төҙөлөшө, тауыш, күҙҙең төҫлө ҡатламы, устың ҡан тамырҙары һүрәте.

Берҙәм биометрик системала үҙең тураһындағы мәғлүмәтте алып ташларға мөмкинме?
Берҙәм биометрик системала үҙең тураһындағы мәғлүмәтте алып ташларға мөмкинме?

Үҙеңдең биометрияңды теләһә ҡайһы ваҡытта алып ташларға һәм мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡты юҡҡа сығарырға мөмкин! Ҡануниәт тарафынан бындай ғәмәлдән баш тартыуҙы сикләгән ваҡыт ҡаралмаған.
 
Әгәр һеҙ бөгөнгә тиклем үҙегеҙҙең биометрик мәғлүмәтегеҙҙе йыйыуға һәм эшкәртеүгә яҙма ризалыҡ бирмәһәгеҙ, «Дәүләт хеҙмәттәре. Биометрия» мобиль ҡушымтаһында йәки коммерция ойошмаларында ошондай мәғлүмәттәр ҡалдырмаһағыҙ, һеҙҙең хаҡта бындай мәғлүмәттең Берҙәм биометрик системала булыуы мөмкин түгел.
 
Биометрияны системанан нисек алып ташларға?

Үҙеңдең биометрияңды һәм шәхси мәғлүмәттәреңде эшкәртеүгә ризалыҡты теләгән ваҡытта мәғлүмәт һаҡланған бөтә системаларҙан алып ташларға мөмкин.

Ризалыҡты бер нисә ысул менән кире алырға була:

- биометрия тапшырған ойошмала. Мәҫәлән, банкта
- Биометрик технологиялар үҙәгенең Берҙәм биометрик система операторы адресына уңайлы форматта яҙма мөрәжәғәт ебәрергә
- Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетта «Биометрия» бүлегендә
 
Ҡасандыр бирелгән биометрияны эшкәртеүҙе тыйырға буламы?
 
Күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисында шәхси биометрик мәғлүмәттәрҙе йыйыуҙан һәм уларҙы Берҙәм системала урынлаштырыуҙан баш тартырға мөмкин. Бының өсөн паспорт һәм СНИЛС талап ителә (алдан ғариза яҙырға кәрәкмәй). Ғариза Күп функциялы үҙәктән Берҙәм биометрик система операторына тапшырыла. Шунан һуң бер система ла йәки сервис та уны файҙалана алмай.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:
Читайте нас: