Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2023, 12:00

Өфөлә «Һөт иле» фестивалендә 40-тан ашыу етештереүсе ҡатнаша

Ошо ял көндәрендә, 2 сентябрҙә, Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола, унда һөт продукцияһы йәрминкәһе эшләй.

Өфөлә «Һөт иле» фестивалендә 40-тан ашыу етештереүсе ҡатнаша
Өфөлә «Һөт иле» фестивалендә 40-тан ашыу етештереүсе ҡатнаша

Росмол, Ҡырмыҫҡалы һөт-консерва комбинаты, Өфө һөт заводы, Мәләүез һөт-консерва комбинаты, «Алексеевка» агросәнәғәт комплексы, Мәсәғүт һөт комбинаты, «Тәүәкән», Бәләбәй һөт комбинаты, СН-Продукт һәм башҡалар үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.

Бынан тыш, «Сыр кибете»ндә республиканың төрлө район-ҡалаларынан 13 етештереүсенең продукцияһын һатып алырға мөмкин. Улар иҫәбендә — Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Иглин, Мәсетле, Туймазы, Кушнаренко, Дәүләкән райондары, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әйткәндәй, бейә һөтөнән эшләнгән эсемлектәрҙе яратыусылар өсөн «Ҡымыҙлы бар» эшләй. Ғөмүмән, Өфөлә ғаилә фестивалендә 40-тан ашыу һөт һәм һөт ризыҡтарын етештереүсе ҡатнаша.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл «Һөт иле» фестивале тәүгә яңы майҙансыҡта - Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторола.

Автор:
Читайте нас: