Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2023, 14:00

«Атайҙар ҡаһарманлығы» наградаһы менән бүләкләнәләр

Башҡортостанда 51 ир-уҙаман «Атайҙар ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы. Улар араһында Бәләбәйҙән Руслан Нурғәли улы Басантаев та бар.

«Атайҙар ҡаһарманлығы» наградаһы менән бүләкләнәләр
«Атайҙар ҡаһарманлығы» наградаһы менән бүләкләнәләр

Награданы күп балалы атайҙарға, табиптар, педагогтар һәм аграрийҙар династияһы вәкилдәренә, музыканттарға, доброволецтарға, спортсыларға, ҡотҡарыусыларға, экологтарға һәм донорҙарға, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләгәндәргә бирелә.

Еңеүселәрҙең исемлеге Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында баҫылған. Наградалар тапшырыу тантанаһы 4 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында була. Әйткәндәй, 2023 йылда лауреаттар күп, 2021 йылда — 27, 2022 йылда 38 кеше ошо абруйлы награданы алған.

«Атайҙар ҡаһарманлығы»на республиканың 54 муниципалитетынан йәмғеһе 191 ғариза килгән. Айырыуса Әлшәй, Архангел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Илеш, Краснокама, Көйөргәҙе һәм Өфө райондары, Өфө һәм Октябрьский әүҙемлек күрһәткән.

Автор:
Читайте нас: