Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2023, 14:00

«Ватанды һаҡлаусылар» фондына республика халҡынан 4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән

Махсус хәрби операция ветерандарын һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен яҡлау буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалына Башҡортостан халҡынан 4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондына республика халҡынан 4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән
«Ватанды һаҡлаусылар» фондына республика халҡынан 4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән

Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һөйләнеләр. Учреждениеның координаторҙарына 3 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.

Төп һорауҙар республика һәм федераль кимәлдә социаль ярҙам сараларын алыуға бәйле. Һүҙ юридик, психологик һәм медицина ярҙамы, яуҙан ҡайтҡан яугирҙәрҙең тыныс тормошҡа яраҡлашыуы (шул иҫәптән спорт аша), хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын юллау һәм башҡалар хаҡында бара.

Фонд махсус хәрби операция ветерандарын йәмәғәт проекттарына ылыҡтыра һәм хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәткән ойошмаларға булышлыҡ итә.

Автор:
Читайте нас: