Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2023, 13:24

Рәсәй төбәктәренең мәғариф учреждениелары башҡорт теле дәреслектәрен алды

...

Рәсәй төбәктәренең мәғариф учреждениелары башҡорт теле дәреслектәрен алды
Рәсәй төбәктәренең мәғариф учреждениелары башҡорт теле дәреслектәрен алды

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең туған (башҡорт) теле өйрәнелгән белем биреү ойошмаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 7470 дана уҡыу һәм уҡыу-методик әҙәбиәт, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын биҙәү өсөн 15 комплект стенд, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн 24 башҡорт милли костюмы, 101 башҡорт милли музыка ҡоралы - ҡурай, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн 44 башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар килде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бөтә дәреслектәр ҙә - федераль дәреслектәр исемлегендә. Был хаҡта Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республика министрлығы йыл һайын башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙәге мәктәптәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре, методик әҙәбиәт, күргәҙмә әсбаптар менән тәьмин итә. Был эш «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы алып барыла.

Дүрт төбәктең (Силәбе өлкәһе – 22, Ырымбур өлкәһе – 3, Ҡурған өлкәһе – 2, Һамар өлкәһе – 1) 28 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында һәм биш төбәктең (Силәбе өлкәһе – 36, Ырымбур өлкәһе – 9, Ҡурған өлкәһе – 5, Һамар өлкәһе – 2, Татарстан Республикаһы – 1) 53 дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеү дәрестәре алып барыла. Өҫтәмә белем биреү сиктәрендә 16 ойошмала 308 бала башҡорт телен, башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнә.  

Бынан алдараҡ «Башинформ» Рәсәй Мәғариф министрлығының башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса федераль программаларҙы раҫлауы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-04/obrazovatelnye-uchrezhdeniya-rossiyskih-regionov-poluchili-uchebniki-bashkirskogo-yazyka-3418898

Автор:По материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: