Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2023, 11:10

Табынға - тултырылған ҡаҙ

Әллә ни ҙур булмаған ҡаҙ, 2,5 литр алма һуты, тәмләткестәр, 200-300 грамм ҡара емеш (чернослив), тоҙ, биш-ете әсе йәшел алма алабыҙ.

Табынға - тултырылған ҡаҙ
Табынға - тултырылған ҡаҙ

Ике аш ҡалағы тоҙ, ярты сәй ҡалағы борос (тәмләткестәр), дәрсен (корица), лавр онтағынан торған ҡатнашма менән йыуылған ҡаҙ түшкәһенең эсен-тышын ышҡып сығырға. Шунаң һуң тығыҙыраҡ һауытҡа һалып, алма һутын ҡаҙҙың өҫтөнә сыҡҡансы ҡойорға. Әгәр алма һуты етмәһә, һыу өҫтәргә була. Әҙерәк әскелтерәк булһын өсөн лимон һуты һығыла.

Оҙағыраҡ ваҡытҡа, төнгөлөккә йә бер тәүлеккә булһа, тағы ла яҡшыраҡ, шул хәлендә һыуытҡыста ҡала. Аҙаҡ ҡаҙ түшкәһен һутынан һарҡытып, эсен самалап тоҙлап алғас, эсенә ҡара емеш һәм һыйғансы туралған алма тултырыла. Шунан ул ныҡлы еп менән тегелә. Түше эргәһендәге тишек тә һәм муйын осон да тартып тегәһең. Ебе өҙөлөп, ҡаҙ эсендәге алма-емештәр таралмаһын өсөн аяҡтары ла тарттырып бәйләнә.

Артабан ҡаҙ, өҫтөнә сетка ҡуйылған батмусҡа һалып, 200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә яҡынса бер сәғәткә ҡуйыла. Бер сәғәттән һуң алып, эҫе һыу өҫтөндә (водяная баня) әҙерләнгән шыйыҡса (бер ҡалаҡ бал һәм һөт өҫтө (сливки) менән ҡаҙ ян-яғынан һылап сығыла. Шунан яңынан ярты сәғәткә духовкаға ҡуйыла.

Бешкәнен бысаҡ менән сәнскеләп ҡарап беләләр. Әгәр төҫһөҙ шыйыҡса сыҡһа, ҡаҙ әҙер. Алма, лимон киҫәктәре һәм эсендә бешкән йәшелсә-емештәр менән табынға ҡуйыла.🍽

Автор: по материалам сайта "vk"
Читайте нас