Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май , 10:08

Бәпембәнән әфлисунлы ҡайнатма

Бәпембәгә әфлисун ҡушып әҙерләнгән ҡайнатма тағы тәмлерәк.

Бәпембәнән әфлисунлы ҡайнатма
Бәпембәнән әфлисунлы ҡайнатма

 250 г бәпембә сәскәһенән ҡайнатма әҙерләү өсөн  ике әфлисун, бер лимон һәм 750 г шәкәр кәрәк буласаҡ. Әфлисунды ҡабығы менән бергә  4 өлөшкә бүлгәндән һуң, һәр береһен нәҙек кенә итеп арҡырыға ҡырҡып сығыр кәрәк.  Йыуылған һәм киптерелгән сәскәләрҙе әфлисун менән бергә һауытҡа һалырға һәм 1,5 литр һыу ҡойоп, бер сәғәт ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан ҡайнатманы  һөҙөп алып лимон һәм  шәкәр өҫтәйҙәр һәм тағы  ла 20 минут ҡайнаталар.  Банкаларға һыуынғас ҡына һалырға кәңәш ителә.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:По материалам ИА "Йәшлек"
Читайте нас: