Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май , 09:38

Йондоҙнамә (20 –26 май)

...

Йондоҙнамә (20 –26 май)
Йондоҙнамә (20 –26 май)

Ылаҡ (22.12 –20.01)

Мөһим ҡағыҙҙар менән бәйле мәсьәләләр яҡшы хәл ителә. Әгәр был арала рәсми ойошмаларға мөрәжәғәт итһәгеҙ, ыңғай яуап тиҙ килер. Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар бөтмәйәсәк – элекке үпкәләшеүҙәр һаман онотолмаған әле.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҙна барышында күптәрҙең ойоштороу һәләте асыҡ беленер. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр, башҡаларҙы еңел ышандыра алырһығыҙ. Кесе йомалағы ваҡиғалар барышы бер ҙә уйламаған йүнәлеш алып – икенсе юлдар эҙләргә кәрәк булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Тыныс күңелегеҙ бөтә эшегеҙгә булышлыҡ итер. Хатта шаршамбылағы мәшәҡәттәр ҙә кәйефегеҙҙе төшөрә алмаҫ. Йомала бәғзеләр бер ҡасан да булмаған урынды күрер, бәлки.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Осор бик әүҙем үтергә оҡшай. Файҙалы һөйләшеүҙәр, ҡыуаныслы осрашыуҙар, эшлекле сәфәрҙәр – быларҙың барыһы ла булыр. Күптәр элек әллә ни белмәгән өлкәлә бер аҙ тәжрибә туплар. Уҡып йөрөгәндәр мотлаҡ уңыр.

Буға (21.04 – 21.05)

Был көндәрҙә бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Ярҙамға өмөт итмәгеҙ, үҙ көсөгөҙгә таянығыҙ. Бөтәһе лә ҡыйынлыҡ менән барыр – ҡамасаулаған сәбәптәр күбәйер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был  арала кеше һүҙенә артыҡ ышанмағыҙ. Бындай ҡараштың хаталарға килтереүе ихтимал. Шаршамбынан һуң айырым мөмкинлектәр килеп сығыр. Тик уларҙың файҙаһы тейеүе бик икеле.

Ҡыҫала (22.06–23.07)

Эштәге мөнәсәбәттәр һәйбәт көтөлә. Фекерегеҙгә һәр саҡ ихтирам менән ҡарар. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ыңғай ваҡиғалар осрап торор. Йомалағы көтөлмәгән осрашыу йылы тәьҫораттар ҡалдырыр.

Арыҫлан (24.07–23.08)

Ниндәйҙер мөһим һәм ҡатмарлы мәсьәлә менән булышырһығыҙ. Әлегә уны асыҡлау юлдарын төҫмәрләүе мөмкин түгелдер. Ошонан башҡа борсолорлоҡ сәбәптәр юҡ кеүек. Был арала кеше йомоштары менән күп йүгерерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Һуңғы ваҡытта һеҙҙе бер генә мәсьәлә борсой, буғай. Уны үҙегеҙгә генә хәл итергә тура килер, кеше кәңәштәренән файҙа булмаҫ. Шаршамбылағы ваҡиғалар бер аҙ эсегеҙҙе бошорор.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна башы яҡшы яңылыҡтар килтерер. Улар күберәк ғаилә хәлдәренә ҡағылыр. Кесе йома бер аҙ тулҡынланырырға ла мәжбүр итер бәлки. Уйламаған мәшәҡәттәр килеп сығыуы бар. Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырмаҫһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Шишәмбелә күптән көткән хәбәрҙе ишетерһегеҙ. Ул уйлағандан яҡшыраҡ булыр. Бынан һуң кәйефегеҙ мотлаҡ күтәрелер. Йомалағы хәлдәр ҡайһы бер мәсьәләргә күҙегеҙҙе асыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Был арала төрлө ваҡиға булыр. Улар араһында яҡшыһы ла, киреһе лә осрар. Фекер алышыу өсөн янығыҙҙа кәрәкле кешеләр бар һымаҡ. Шулай ҙа йондоҙҙар артыҡ асылып китмәҫкә ҡуша. Бәғзеләр ниндәйҙер ҡиммәтле әйбергә аҡса йыя башлар.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:По материалам ИА "Йәшлек"
Читайте нас: