Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь , 15:22

Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Белгестәр бер сәй ҡалағы киптерелгән кесерткәнде ҡабып, артынан һыу эсергә кәңәш итә. Төнәтергә кәрәкмәй.

Гемоглобинды нисек күтәрергә?
Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Түбән гемоглобин—ул хәлһеҙлек, организм күҙәнәктәренә туҡланыу етмәү. Был тышҡы ҡиәфәттә лә сағылыш таба: сәс ҡойола, кеше тиҙ арый, баш ауырыуҙары йышая, йөрәк тибешә шәбәйә, тын етмәй. Шуға ла тимергә бай аҙыҡтар ҡулланырға кәрәк.

Организмда гемоглобинды күтәреүгә өс үлән ярҙам итә.

  1. Йәшел ҡарабойҙай. Унда кешегә тәүлеккә етерлек тимер бар.
  2. Киндер орлоғо. Ул бөтә аминокислоталарҙы үҙенә туплаған аҡһымға бай. Уның япрағы һәм сәскәһе наркотик тәьҫирле булһа ла, орлоғонда ундай матдә юҡ. Уның орлоғонан бик файҙалы киндер майы эшләйҙәр. Был орлоҡ гемоглобинды ғына күтәреп ҡалмай, ә онкология ауырыуҙарына ҡаршы тора. Шулай уҡ бауыр, үт ҡыуығы сирҙәренән ҡотҡара.
  3. Киптерелгән кесерткән. Һәр саҡ халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Ҡанды яҡшы таҙарта, гемоглобинды күтәрә. Белгестәр бер сәй ҡалағы киптерелгән кесерткәнде ҡабып, артынан һыу эсергә кәңәш итә. Төнәтергә кәрәкмәй.

 

*** Табип менән кәңәшләшергә.

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:
Читайте нас: