«Бөгөн конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Именлек, мөхәббәт теләйбеҙ, бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ! Беҙҙең конкурста ҡатнашҡан бар ғаиләләргә рәхмәт», — тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк үҙенең телеграм-каналында.
Башҡортостандан фотоконкурста Шәйхуллиндар ғаиләһе: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге дознавателе, полиция капитаны Анастасия Григорьевна һәм Башҡортостан Эске эштәр министрлығы эксперт-криминалистика үҙәгенең 8-се район-ара бүлеге эксперты, полиция капитаны Радик Рауил улы ҡатнашты. Туғандары һәм яҡындары, хеҙмәттәштәре, шулай уҡ республика халҡы ярҙамы менән яҡташтарыбыҙ, 2211 тауыш йыйып, икенсе урынды алды. Биш еңеүсе иҫәбендә Мәскәү (5126 тауыш), Мордовия (533), Ставрополь крайы (481) һәм Волгоград өлкәһенән (453) полицейский ғаиләләре бар.