Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль , 14:58

Яугир ғаиләләре ярҙамһыҙ ҡалмай

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә өс тиҫтәнән ашыу ярҙам төрө ҡаралған. 

Яугир ғаиләләре ярҙамһыҙ ҡалмай
Яугир ғаиләләре ярҙамһыҙ ҡалмай

Был яугирҙәрҙең яҡындарын социаль йәһәттән ҡурсыу өсөн тормошҡа ашырылған мөһим аҙымдар. Ватан һаҡсыһының өйҙә ҡурсыуһыҙ ҡалған яҡындары килеп тыуған проблемалар, хәл итәһе мәсьәләләр менән яңғыҙ ҡалмай, уларға һәр йәһәттән булышлыҡ күрһәтелә. Иғтибар менән солғап алынған яҡындары өсөн яугирҙәрҙең дә күңеле тыныс, форсаты сыҡҡанда улар бының өсөн республика халҡына, етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп тора.

Яугирҙәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙамдан тыш, ярҙам төрҙәре исемлегенә тиҫтәнән ашыу һәр төрлө булышлыҡ инә: балаларҙың туҡланыуына, юл йөрөүенә, белем алыуына, ял итеү, дауаланыуына льготалар, ата-әсәне социаль хеҙмәтләндереүгә, шулай уҡ ғаилә ағзаларына хужалыҡ һәм көнкүрештә, торлаҡҡа, эшкә урынлашыу һәм стажировка үтеүгә, кредит һәм һалымдарға, мәҙәни сараларға ташламалы хаҡтар, консультация һәм психологик ярҙам алыуға ҡағылышлы ярҙам төрҙәре. Шулай уҡ ғаиләнең мохтажлығын билдәләгәндә яугирҙең килеме иҫәпкә алынмай.

Ниндәйҙер һорауҙар булған хәлдә, асыҡлыҡ индерер өсөн Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин, телефоны: 122, өҫтәмә һан – 1, 8-347-218-19-19. Көн һайын сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр шылтыратырға була. Телеграмдағы чат-ботҡа ла яҙырға мөмкин: https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot

Фото: ufacity.info

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: