Ауырғазы районының Тряпин ауылында йәшәүсе Егор Максимов үҙенсәлекле «терминатор» ҡорған. Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, автор тимер «скульптура»ны йәйге баҡсаһында булған төрлө тимер эшләнмләләрҙән, сылбырҙарҙан, пружиналарҙан эшләгән. Быға ике ай самаһы ваҡыт киткән.
Һөҙөмтәлә ысын «терминатор» килеп сыҡҡан һәм ауылдың иҫтәлекле «һәйкәле»нә әүерелгән.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы «Атайсал» проекты сиктәрендә республикабыҙҙың бер ауылында арт-объект барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Автор: Дарья Субботина