Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь , 10:58

Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү булмаясаҡ!

Өфөлә йәшәгән пенсионерға ялған "Пенсия фонды хеҙмәткәре" шылтыратып, эске тикшереү барышында уның пенсияһын иҫәпләүҙә хата киткәнен хәбәр итә.

Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү булмаясаҡ!
Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү булмаясаҡ!

Һеҙгә пенсияны аҙ тәғәйенләгәндәр, тип ҡатынды алдап, түләүҙәр күләмен ҡайтанан иҫәпләү өсөн Пенсия фонды бүлексәһенә килергә, бының өсөн сиратҡа ситтән тороп яҙылырға тәҡдим итәләр. Шунан смс-хәбәрҙәге кодты әйтеүен һорайҙар.

Кодты хәбәр итеп, ҡатын муттарға "Дәүләт хеҙмәттәре"ндәге шәхси кабинетына инеү мөмкинлеген бирә.

Артабан билдәле схема буйынса эш иткән енәйәтселәр, банк хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратып, зыян күреүсене кредит алырға һәм 1,2 миллион һумдан ашыу аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, смс-хәбәрҙәрҙәге код һеҙҙең ҡултамғаға тиң, һәм иң хәүефһеҙ иҫәп - ул һеҙҙең үҙегеҙҙең банк бүлексәһендә асылған иҫәп!

Автор:По материалам ИА "Йәшлек"
Читайте нас: