Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь , 12:17

Тыныс йоҡла, Зәлиә...

Яҡташыбыҙҙы алыҫ илдән алып ҡайтыуҙа һәм ерләүҙә кемдәр ярҙам иткән?     

Тыныс йоҡла, Зәлиә...
Тыныс йоҡла, Зәлиә...

Африканың Маврикий утрауында вәхшиҙәрсә үлтерелгән яҡташыбыҙ - Учалынан Зәлиә Шәмиғолованы тыуған ҡалаһында ерләнеләр. Билдәле булыуынса, уны ошо утрауҙа йәшәгән танышы көнләшеп үлтергәйне. Ҡыҙға 29 ғына йәш ине.

Ҡағиҙә булараҡ, сит илдә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы Рәсәйгә алып ҡайтыу йыш ҡына ауырлыҡтар менән бәйле, сөнки эш финанс йәһәттән ҙур сығымдар талап итә. Зәлиә осрағында, таныштары әйтеүенсә, битараф булмаған таныштары, яҡындары ғына түгел, ә Маврикий утрауы властары ла ярҙам иткән. Был дәүләттә уның менән дини ҡанундар буйынса бәхилләшеү ойошторолған. Шулай уҡ утрауҙың ритуаль хеҙмәттәре кәүҙәне Рәсәйгә ҡайтарыу өсөн дә түләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Зәлиәнең Маврикий утрауында ғәйеп булыуы тураһында август урталарында билдәле булды. Күп тә үтмәне, уның ергә күмелгән кәүҙәһе табылды. Урындағы полиция тиҙ арала ҡыҙҙы үлтереүсенең эҙенә төштө: ул Зәлиәнең танышы булып сыҡты. Ир дуҫлыҡтан күберәккә өмөт иткән, күрәһең, ул яҡташыбыҙҙы көнләшкән һәм уның менән бергә булырға теләмәгәс, үлтергән.

Беҙ Зәлиәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: