Ҡасабала ир-егеткә эш ҡалмағас, Шәриф яҡын туғанына эйәреп, нефть тармағына эшкә китә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, вахта ысулы менән утыҙ йылға яҡын ситтә эшләй. Шул осорҙа ҡәйнәһе мәрхүмә булып ҡала, үҙҙәре ҡалаға күсеп килә, балалары юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙ аллы йәшәй башлай, өләсәй-олатай булалар. Күп һыу аға, күп нәмә алмашына, әммә Асия ғына үҙгәрмәй. Һаман өйҙә үҙен ҡол биләүсе итеп тота: Шәриф, шуны алып бир, быны илтеп ҡуй, шулайт-былайт-тегеләйт... Әҙәмсә матур итеп һораһа ни асыу? Бигерәк тә уға ҡатынының тамаҡ төбө менән бойороп һөйләшеүе оҡшамай.
Әле лә бына йомшаҡ креслоны телевизорҙың алдына уҡ шылдырып ултыртҡан да, иртәнән алып бер тормай, телевизор ҡарай. Шул урында ғына ире килтергәнде ашаны, ултырған ерендә йоҡлап та алды.
Шәрифтең яратҡан урыны иһә - балкондағы ошо мөйөш. Сәғәттәр буйы тәмәке көйрәтеп китап уҡырға ярата ул. Ҡышын аяғына быйма, өҫтөнә һырмаһын кейә лә сығып ултыра. Ҡайһы ваҡыт хатта өшөгәнен дә һиҙмәй ул. Асияның тауышын ишетмәһә - шул еткән.
Күптән түгел Шәриф ике кешенең тәҡдир һәм тормош асылы тураһында бәхәсләшеүе, бер-береһен еңә алмағас, бер аҡыл эйәһенә барыуҙары хаҡында риүәйәт уҡый. Уларҙың береһе кеше тәҡдиренә нимә яҙылһа, шуның буйынса йәшәй, тип хитлаша. Икенсеһе иһә һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тип ныҡыша икән. Аҡыл эйәһе уларҙың икеһе лә хаҡлы булыуын әйтә. Былар аптырашта ҡалғас, шулай тип аңлата:
- Һеҙҙең берегеҙ, ысынтылап та, яҙмышына нимә яҙылған шуның буйынса йәшәй һәм үҙен бәхетле йәки бәхетһеҙ тоя. Ә икенсегеҙ тормошон үҙе теләгәнсә ҡорған, тимәк, яҙмышына йоғонто яһап, бәхетле булырға, матур йәшәргә ынтыла.
Был хикәйәттең кинәйәһе тынғылыҡ бирмәне лә ҡуйҙы Шәрифкә. Ятһа ла, торһа ла шул хаҡта ғына уйланы. Быға тиклем ул ғүмер буйы тормошо менән ризалашмаған саҡтарында, ни эшләйһең, күрәсәгең шул булғас, тип бөтә бәхетһеҙлеген яҙмышына япһара ла ҡуя ине. Баҡһаң, маңлайыңа яҙылғанды үҙгәртергә лә булған икән. Үҙгәртергә булһа, иң беренсе нимәнән башлар ине икән? Моғайын, Асия менән айырылышҡан булыр ине. Тик ҡасан? Тәүҙә ҡәйнәһе булмаһа, бөтәһе лә үҙгәрер, тип өмөт итте. Аҙаҡ бер-бер артлы тыуған ике баланы аяҡҡа баҫтырғансы тип йәшәне. Ситтә эшләй башлағас, эшкә әүрәне.
Иң ҡыйыны мөҙҙәтле ялға сыҡҡас башланды уның. Бында инде ул кәрем бөткәс, кемгә кәрәк мин тип, был уйҙы башынан бөтөнләй алып ташланы ла, һимеҙлегенән аяғын саҡ һөйрәп атлаған ҡатынына хеҙмәт итеүен дауам итте. Ғәрлегенән, дөрөҫөрәге, көсһөҙлөгөнән йөрәкһегән күңелен тынысландырыр өсөн шулай итеп тәмәке көйрәтергә өйрәнеп алды бит инде. Был ғәҙәте уны, ысынтылап та, ныҡ тынысландыра ине.
Тик әле ни эшләптер яңы ғына тоҡандырған тәмәкеһен ауыҙына алғыһы килмәне уның. Йәшкәҙәгән күҙенә лә бысраҡ ҡулъяулығын яҡын килтерергә теләмәне. Офоҡто алһыу төҫкә буяп байыған ҡояшты ҡарашы менән оҙатты ла, доға ҡылғандағы кеүек ике усын бергә терәп, күккә төбәлде:
- Раббым-мәүләм, бәхетһеҙҙәр исемлегенән алып ташлап, бәхетлеләр араһына яҙһаңсы мине!.. - тип ялбарҙы.
Ошо уйынан ул ҡанатланып, ниндәйҙер еңеллек тойғоһо кисерҙе. Йәһәтләп кенә кейенде лә яҙғы кистең саф һауаһын һуларға сыҡты. Тик ләззәтләнеп оҙаҡ йөрөргә тура килмәй уға, асыҡ тәҙрәнән ҡатынының асырғанып ҡысҡырған тауышын ишетә. Әйләнеп ҡайтыуына Асияһы ултырған урынында мәңгелек йоҡоға талған була...
Шәрифағайҙың “Мин уны үҙеңә ал тип түгел, исмаһам ҡарт көнөмдә саҡ ҡына бәхетле итһәңсе...” - тип һораным бит, тип Хоҙайға өҙгөләнеүе тураһында килене һөйләне миңә.
Мәҡәләбеҙ геройы бөгөн, ысынлап та, бәхетле. Ҡатынын ерләгәс тә, кесе ҡыҙы уны алып ҡайтып, өйөнөң түренә ултыртҡан. Ғөмүмән, ул һәр ваҡытта ла балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә булған. Биш йыл элек тәмәкеһен ташлаған, дин юлына баҫып, мәҙрәсә тамамлаған. Яҡты йөҙө, изге күңеле уны күпкә йәшерәк һәм, һис шикһеҙ, бәхетле итеп күрһәтә ...
Лена АБДРАХМАНОВА.
Фото: https://ru.freepik.com