Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь , 09:18

Башҡортостан грипҡа ҡаршы 1,2 миллион доза вакцина алды

Башҡортостан грипҡа ҡаршы 1,18 миллион доза вакцина алды, тип хәбәр итте «Башинформ»да уҙған брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина.

Башҡортостан грипҡа ҡаршы 1,2 миллион доза вакцина алды
Башҡортостан грипҡа ҡаршы 1,2 миллион доза вакцина алды

Улар федераль һәм республика бюджеты аҡсаһына һатып алынған һәм хәүеф төркөмөндәге кешеләргә бушлай прививка яһау өсөн тәғәйенләнгән. Ҙур предприятиелар ҙа үҙ иҫәбенә вакцинация үткәрә, тип билдәләне министр урынбаҫары.

Быйыл Башҡортостанда 2,4 миллион кешегә (халыҡтың 60%) прививка эшләнә, был дөйөм иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн кәрәк.

Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йәмәғәт транспорты өлкәләрендә, шулай уҡ ҡошсолоҡ фабрикаларында эшләгәндәр грипҡа ҡаршы вакцинаны бушлай алырға хоҡуҡлы. Уҡыусыларға, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына, 60 йәштән ололарға, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға прививка бушлай яһала.

Эпидемиологтар һүҙҙәренсә, ҙур коллективтарҙа, өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирлеләргә прививка эшләтеү мотлаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-05/bashkiriya-poluchila-1-18-mln-doz-dlya-besplatnoy-vaktsinatsii-ot-gripa-3913306

Автор:По материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: