Башҡортостандан 53 йәшлек Елена Прокофьева Парижда барған йәйге Паралимпия уйындарында аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған спортсылар араһында өҫтәл теннисы ярышында көмөш призер булды.
Финалда ул япон ҡыҙы Нацуки Ваданан 1-3 иҫәбе менән еңелде (11:8, 8:11, 4:11, 4:11). Ҡыуаныслы хәбәр менән үҙенең телеграм-каналында спорт министры Руслан Хәбибов уртаҡлашты.
Шулай итеп, Башҡортостан спортсыларының бөтәһе алты миҙалы бар. Анна Кулинич-Сорокина (һөңгө ырғытыу) — көмөш, Антон Кулятин — ике бронза (5000 метрға, 1500 метрға йүгереү), Богдан Мозговой — бронза(100 метрға арҡаға ятып йөҙөү), Андрей Николаев бронза (400 метрға ирекле стилдә йөҙөү) алды.