Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь , 09:20

Башланыҡ! Тауыш биреү уңышлы үтһен!

Башҡортостандар өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлай. Дөйөм алғанда, республикала 218 һайлау кампанияһы уҙғарыла.

Башланыҡ! Тауыш биреү уңышлы үтһен!
Башланыҡ! Тауыш биреү уңышлы үтһен!

Тап әлеге ваҡытта, иртәнге сәғәт һигеҙҙә Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары ла үҙ ишектәрен асты. Республикала, бөтә илдәге кеүек үк мөһим сәйәси сара – һайлау башланды!

Шулай итеп, иң мөһим көн килеп етте. Башҡортостандар өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлай. Дөйөм алғанда, республикала 218 һайлау кампанияһы (Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 216 һайлау кампанияһы) уҙғарыла. Һайлауға әҙерлекте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3302 участка һайлау комиссияһы тәьмин итә. Бер комиссия Мәскәүҙә төҙөлгән. Һайлауҙы төрлө сәйәси партиялар, урындағы үҙидара органдары, һайлаусылар йыйылыштары тәҡдим иткән 28 меңләп һайлау комиссияһы ағзаһы уҙғара.

Республика Башлығын һайлауҙа бөтә парламент партияларынан биш кандидат теркәлгән һәм ҡатнаша, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа мандат өсөн өс кандидат көрәшә. Муниципаль кимәлдәге һайлауҙарҙа һайлау кампанияларында 4435 кандидат ҡатнаша.

Бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа 10 сәйәси партияның кандидаттары теркәлгән. Бөтә һайлау кампанияларында өс миллионға яҡын кеше тауыш бирә ала.

Һайлау участкалары өс көн буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙә асылды һәм киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.

Гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә ашығығыҙ. Алда өс көн бар әле тип йөрөгәнсе, был ғәмәлде атҡарырға һәм тыныс ял итергә була.

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: