Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь , 09:55

Бер стакан әфлисун һуты -- сәләмәтлек нигеҙе

Буффало университеты ғалимдары иртәнсәк яңы һығылған әфлисун һуты эсеү ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүен һәм файҙалы матдәләрҙең күләмен арттырыуын  раҫлаған.

Бер стакан әфлисун һуты -- сәләмәтлек нигеҙе
Бер стакан әфлисун һуты -- сәләмәтлек нигеҙе

 Белгестәр 30 кешенән торған төркөмдә тәжрибә үткәргән. Уларҙың барыһына ла бер төрлө туҡланыу рационы тәҡдим ителгән: бутреброд, картуф һәм омлет. Ә бына иртәнге сәйгә  бирелгән эсемлек буйынса уларҙы өс төркөмгә бүлгәндәр: берәүҙәр ябай һыу эскән, икенселәр – бер аҙ тәмләтелгән һыу, өсөнсөләр иһә яңы һығылған әфлисун һуты.

  Ашағандан һуң һәр өс – биш сәғәт һайын уларҙан ҡан анализы алып торғандар. Иң тәү сиратта ғалимдарҙы ҡандағы шәкәр һәм иммунитетты күтәреүгә йоғонто яһаусы матдәләр кимәле ҡыҙыҡһындырған. Был күрһәткестәр буйынса иртәнсәк әфлисун һутын ҡулланыусыларҙың анализы күпкә яҡшыраҡ булған. Әммә белгестәр әфлисун һуты теш эмаленә зарарлы, тип иҫкәртә һәм уны көпшә аша эсергә кәңәш итә.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:По материалам ИА "Йәшлек"
Читайте нас: