Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь , 13:00

Федераль грант яңы лабораториялар асырға булышлыҡ итәсәк

"Евразия" ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереүгә 187 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.    

Федераль грант яңы лабораториялар асырға булышлыҡ итәсәк
Федераль грант яңы лабораториялар асырға булышлыҡ итәсәк

Башҡортостан Республикаһы ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы 2024 йылда федераль грант алыусылар исемлегенә инде. Исемлекте Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин раҫланы.

Документҡа ярашлы, "Евразия" ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереүгә 187 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

- Беҙҙең "Евразия" ғилми-белем биреү үҙәге биш йыл тиерлек эшләй. Юғары уҡыу йорттары, ғилми учреждениелар етәкселәре менән берлектә эшләү һөҙөмтәһендә Башҡортостандың бөтә ҙур федераль ғилми-технологик проекттарҙа ҡатнашыуына өлгәшә алдыҡ. Был «Өҫтөнлөк 2030», «Алдынғы инженерлыҡ мәктәптәре», «Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы» һәм башҡалар. Фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәле булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Федераль грант суммаһының бер өлөшө вуз-ара студенттар кампусында яңы лабораториялар булдырыуға йүнәлтеләсәк. Атап әйткәндә, уларҙың береһендә Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгестәре бергәләп ағынты һыуҙарҙы көкөрттән таҙартыу технологияһын эшләү менән шөғөлләнәсәк. Тағы ла бер лаборатория - Башҡорт дәүләт аграр университетыныҡы - үҫемлектәр селекцияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барасаҡ.

2024 йылда донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәренә ярҙамға 2,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Грант алыусылар исемлегенә бөтәһе 15 үҙәк инде, улар 36 төбәктә мәғариф һәм фәнни ойошмаларҙы, шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторындағы эре һәм урта предприятиеларҙы берләштерә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24831/

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: