Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2024, 16:00

Дмитрий Песков Рәсәйҙә мобилизация тураһында һорауға яуап бирҙе

...

Дмитрий Песков Рәсәйҙә мобилизация тураһында һорауға яуап бирҙе
Дмитрий Песков Рәсәйҙә мобилизация тураһында һорауға яуап бирҙе

Рәсәйҙә яңы мобилизация иғлан итеү мәсьәләһе тикшерелмәй. Был турала Владивостокта барған Көнсығыш иҡтисади форумында ил президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Кремль вәкиле һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр күп.

«Мобилизация тураһында һүҙ алып барылмай. Контракт төҙөргә теләүселәр ағымы ҙур. Һеҙ ошо процесты әүҙемләштерергә булышлыҡ иткән иҡтисади сараларҙы күрәһегеҙ. Шуға күрә мобилизация тураһында фекер алышыуҙы ишетмәнем», — тип Дмитрий Песковтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яҡташтарына ҡушылырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-09-05/dmitriy-peskov-otvetil-na-vopros-o-mobilizatsii-v-rossii-3912569

Автор:По материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: