Йыл аҙағына тиклем Дәүләт Думаһына пенсионерҙарға йыл һайын 13-сө пенсия түләү тураһында закон проекты индерелә. Был хаҡта РИА Новости Дәүләт Думаһы вице-спикеры Борис Чернышовҡа һылтанма менән хәбәр итә.
«Мин әҙерләгән 13-сө пенсия түләү тураһында закон проекты актуаллеген юғалтмай, киреһенсә, уға ихтыяж арта бара. Беренсе тапҡыр хуплау тапмаған документты эшләп бөтөрөргә, эксперттар һәм коллегалар әйткән иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алырға һәм уны йыл аҙағына тиклем ҡабаттан ҡарауға индерергә йыйынам», — тине Чернышов.
Уның һүҙҙәренсә, закон проекты көнүҙәк, сөнки икенсе йыл рәттән юғары инфляция күҙәтелә. Граждандарҙың хеҙмәт хаҡы артыуы уны өлөшләтә ҡаплай, ләкин пенсионерҙарҙың килеме үҫә барған хаҡтар артынан өлгөрмәй, тип билдәләне депутат.