Урмандан ҡамыраш йыйып алып ҡайттым. Ожмах еләге алып ҡайтҡан кеүек ҡыуанам үҙем.
...Миңә өс йәштәр булғандыр. Ни өсөн тигәндә, мине елкәләренә ултыртып алғайны апайҙарым. Бик йыраҡҡа, Аҡ балсыҡ тигән ергә барҙыҡ. Ул Ҡыяуыҡ йылғаһының әлеге ваҡыттағы ҙур быуаһы аҫтында ҡалған туплауҙан да йыраҡ ине. Ҡояш эҫе, ҡыҙҙыра ине, моғайын, йәйҙең һуңғы сыуағы булғандыр.
Маҡсатыбыҙ — Аҡ балсыҡта үҫкән ҡамырашҡа барып етеү.
Бик оҙаҡ бара торғас, бер күрше ағайҙың ҡулында йоҡлап киткәнмен. Эй, оят булды инде үҙемә аҙаҡ.
Ниндәй икән ул ҡамыраш ағасы? Емеше, улай йыраҡҡа барып алырлыҡ булғас, бик тәмлелер инде!
Барып еттек. Ботаҡтары тарбаҡай ғына ағас миңә әкиәт ағасылай күренде. Ә емештәре! Улар, ауыҙға инеү менән, телгә лә йоҡмай, эреп юҡҡа сыға ла ҡуя, тостары ғына, ҡаты ваҡ таштарҙай, теш араһына ҡыҫыла.
Ҡамыраш емештәрен миңә күп ашатманылар, әсәй әйтеп ебәргән, күп ашамағыҙ, башығыҙ ауыртыр, тип. Күп ашарға ярамағас, ул тағы ла татлыраҡ, тағы ла танһығыраҡ булып тойолдо.
Бына мин уны, алты тиҫтәнән дә ашыу йылдар үткәс, күҙҙәремде йомоп, тат итеп ултырам. Эй ҡамырашҡайым! Күпме емеш ашағаным бар бит инде, һиндәге тәм береһендә лә юҡ. Һәр бөртөгөңдө үбеп алғым килә, күңелемде йыуатаһың һымаҡ минең, уйҙарымды яҡтыртаһың һымаҡ.
Сеү! күп ашамайым әле. Башым ауыртыр. Әсәй әйтте.
Эй бала сағым минең! Эй самими сағым. Һин үҙең дә, шул ҡамыраш һымаҡ, татлы төш кенә булып ҡалғанһың.
Ҡамыраш. Боярышник.
Фото һәм текст сығанағы: Тамара Юлдашева