Студент йылдары
Конкурсты үткәс, мине 16-сы төркөмгә билдәләнеләр. Әлбиттә, үҙемде бәхетле итеп тойҙом.
Свердловскиҙа юридик институтта беҙҙең төркөмгә милли мәктәп кенә бөткән, сит телдәрҙе өйрәнмәгән, рус телен насарыраҡ белгән 13 милләт вәкиленән 35 студентты тупланылар һәм беҙгә рус телен ныҡлап өйрәттеләр. Беҙҙең төркөмдө “дикая боевая 16 группа”, тип йөрөттөләр. “Финиш”ҡа 17 генә студент барып етеп, дипломға уңышлы тамамланыҡ. Беҙ әле лә бөтәбеҙ ҙә үҙ-ара дуҫлашып, аралашып йәшәйбеҙ. 2018 йылдың июнь айында Байкал буйында институтты тамамлауҙың 45 йыллығын билдәләнек.
Әсәйем минең ниндәй уҡыу йортона инеүемде белмәй йөрөгән. Ул мине физкультура буйынса уҡырға ингән тип уйлаған, сөнки ихатала турникта төрлө физик күнекмәләр эшләгәнемде күрә ине. Күрше Әхмәр ауылынан уҡытыусы: “Зөфәр ундай уҡыу йортона нисек уҡырға ингән, ундай белемде Ленин үҙе уҡып алған бит?” – тигәс, әсәйем тынысланды һәм минең менән ғорурлана башланы.
Уҡырға китергә булғас, ғаиләм тураһында белешмә алдым. Ғаилә ҙур, атайымдың эш хаҡы ла түбән, әсәй – хужабикә, балалар ҡарай, шуға күрә миңә ятаҡтан урын бирҙеләр. Бүлмәлә дүрт кеше йәшәнек.
Уҡыу башланып, студент билеттарын алғас, беҙҙе бер айға колхозға картуф ҡаҙырға ебәрҙеләр. Унда беҙ, ҡыҙҙар-егеттәр, үҙ-ара танышып киттек. Беҙҙең төркөм 23–24 йәшлек 30 егет һәм 5 ҡыҙҙан торҙо. Утыҙҙы үткән студенттар ҙа бар ине, сөнки уҡырға инер өсөн ике йыл эшләү стажы булыуы мөһим. Минең кеүек бер йыл эшләгәндәр күп булманы.
Беҙҙең институтҡа Бүрәт, Яҡут, Тыва республикаларынан да студенттар килде. Уларға лимит буйынса урын биреп, үҙ республикаларында имтихандар тапшыртып, Свердловск юридик институтына ҡабул иттеләр. Уларҙы беҙҙең төркөмгә билдәләнеләр.
Мин русса бик насар белә инем, сөнки телде тик китаптарҙан уҡып ҡына өйрәндем, һөйләшеү тәжрибәһе лә булманы тиерлек. Шуға күрә, уҡырға барғас, рус телендә һөйләшергә тартындым, нисек кенә уҡып китергә тигән һорау йыш борсоно, сөнки урыҫ егеттәренең һөйләшкәндә телдәре телгә йоҡмай торғайны.
Колхоздан ҡайтҡас, дәрестәр башланды. Бер аҙна уҡығас, беҙгә Энгельстың “Происхождение семьи, частной собственности и государства” тигән китабын уҡырға, семинарға әҙерләнергә тигән өйгә эш бирҙеләр. 10-сы класта ошо хеҙмәт буйынса сығыш яһағас, нимә тураһында һүҙ барасағын алдан белә инем. Дәрес башланғас, профессор беҙгә һорауҙар бирә башланы, шул уҡ ваҡытта кемдең уҡыған-уҡымағанлығын да тикшерҙе. Тәүгеләрҙән булып староста торҙо, ләкин ул яуап бирә алманы. Унан һуң комсомол ойошмаһы сәркәтибе, сос, хәбәрҙе күп һөйләгән урыҫ егете Николай Евдокимовҡа уҡытыусы һорау бирҙе, ләкин был юлы ла һорау яуапһыҙ ҡалды. Бер кем дә яуап бирмәгәс, профессор исемлек буйлап китте. Минең сиратым еткәс, мин китаптың эстәлеген һөйләп бирҙем. Бөтәһе лә хайран ҡалды, күптәре, был малай рус телендә насар һөйләшһә лә, ҡалай төплө белемле, барыһын да һөйләп бирҙе, тип ошо дәрестән һуң миңә ихтирам менән ҡарай башланылар.
Әлбиттә, беҙҙе бик көслө данлыҡлы профессорҙар уҡыттылар. Уларҙың араһында – бөтөн донъяға билдәле профессор, хоҡуҡ буйынса теоретик, бик күп ғилми хеҙмәттәр авторы, Советтар Союзының Конституция Суды булдырылғас, Конституция Надзоры буйынса комитет рәйесе, 1993 йыл Конституцияһының авторҙарының береһе Сергей Сергеевич Алексеев. 1990 йылдарҙа үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында, мин депутат булғас, бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә “Аҡ йортта” осрашып һөйләштек. Ике томлыҡ “Гражданлыҡ хоҡуғы” йыйынтығы авторы Отто Октябринович Красавчиков. Уҡыуҙы тамамлағанда мин уға гражданлыҡ хоҡуғы буйынса дәүләт имтиханын тапшырҙым, әлбиттә, бик ауыр фән, ләкин барыбер уңышлы яуап биреп, “бишлегә” өлгәштем.
Шулай уҡ профессор Ливчак. Беҙгә ул сит ил дәүләте һәм хоҡуғы тарихынан лекциялар уҡыны. Сталин режимы уны 10 йыл Себер лагерҙарында урман ҡырҡырға мәжбүр иткән. Дәрестәрҙе бик ҡыҙыҡлы алып бара торғайны, шуға күрә был фәнде ныҡлап ҡыҙыҡһынып уҡыным. Аҙаҡ докторлыҡ диссертацияһын да ошо өлкә буйынса яҡланым.
Бөтә уҡытыусылар ҙа беҙгә төплө белем бирҙеләр. Уҡыуға мин мөкиббән китеп, тырышып уҡыным, сөнки әйтеүҙәре буйынса, күптәр уҡый алмай, беренсе курста уҡ уҡыуҙарын ҡалдырып ҡайталар ине. Рус телен насар белеү сәбәпле, алдағы экзамендарҙы нисек тапшырырмын, тип ҡурҡа торғайным, ләкин уҡыу ныҡ ярҙам итте, беренсе сессияны “дүртле” һәм “бишле”ләргә генә яптым.
Ғөмүмән, мин үҙемде уҡыған йылдарҙа бик бәхетле итеп хис иттем. Көн дә уҡыуҙан һуң, төшкө ашты ашағас, Белинский исемендәге өлкә китапханаһына барып, кискә тиклем шунда әҙерләнә торғайным.
Ҡышҡы сессияны тапшырғас, институтта бөтә студенттарҙы йыйҙылар. Сессия буйынса һығымталар яһайҙар, яҡшы уҡығандарҙы билдәләйҙәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләйҙәр, ректор сығыш яһаны. Беҙҙең 16-сы төркөм аудиторияла иң артта ултыра. Беҙгә лә сират килеп еткәс, “яҡшы уҡыу өсөн, Йәнекәйев, тип иғлан иттеләр. Кем икән тағы, тип уйлап ултырһам, миңә ҡырҙан төртәләр, һине саҡыралар, тип. Йәнекәйев Зөфәр тигәс кенә, маҡтау ҡағыҙын нисек барып алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым, сөнки минең алда нисек 1-се курсты уңышлы тамамларға тигән мәсьәлә тора ине, ә инде 35 студент араһында иң яҡшы уҡыусы, тип билдәләгәс, шатлығымдың сиге булманы. Бынан һуң ҡурҡмайынса, шул уҡ ваҡытта тырышып артабан уҡыным.
Әле һаман иҫемдә... Һигеҙенсе март байрамына егеттәр аҡса йыйҙылар ҙа, миңә баҙарҙан барып сәскә алырға ҡуштылар. Мин, март айы, сәскә һулыясаҡ бит, тип уйланым һәм әйтергә маташтым, ләкин “һулый” һүҙенең русса тәржемәһен белмәнем. Һорашырға кеше, эргәлә хатта башҡортса-русса һүҙлек тә юҡ. Баҙарға барып мимозалар һатып алып, төркөм исеменән беҙҙең куратор-уҡытыусыға бүләк иттем. Рус әҙәби телен белһәм дә, һөйләшеү ҡеүәһе түбәнерәк булғанға күрә, был өлкәлә камиллашырға тырыштым.
Студент ваҡыт – дәртле ваҡыт. Ҡайһы берҙә ресторанға барып күңел асабыҙ. Стипендия етмәй торғайны. Ата-әсәйҙән бер ҙә аҡса һораманым, сөнки ғаилә ҙур, һигеҙ бала үҫтек. Уҡырға килгәндә минең өҫтөмдә иҫке бер костюм, башымда, Магнитогорскиға барғанда һатып алынған, фетрҙан аҡ эшләпә... Колхозда эшләгән өсөн 70 һум аҡса биргәйнеләр, уға стипендияны өҫтәп, яңы костюм һатып алдым. Ҡыш еткәс, кәпәс тә, физкультура өсөн форма ла юҡ ине, вагондар бушатып, аҡса йыйып, уларҙы ла алдым.
Егеттәрҙең күбеһе минән 3–4 йәшкә ололар. Әрме хеҙмәтен үткәндәр. Араларында коммунистар байтаҡ ҡына. Улар барлыҡ экзамендарҙы “өслө”гә генә тапшырһалар ҙа, институтҡа ҡабул ителделәр. Деканат һәм ректорат коммунистарҙы староста, студенттар советы етәксеһе итеп билдәләнеләр. Мәктәптә алған белемдәре һай булыуға күрә, ҡайһы берҙәре институтты ҡалдырырға мәжбүр булдылар. Коммунист абитуриенттарҙы имтихандар алдынан бөтәһен бергә йыйып, айырым консультациялар үткәреп, “этеп-төртөп” уҡырға алалар ине. Юғарынан килгән директивалар нигеҙендә илгә шулай етәксе кадрҙар әҙерләнеләр. Ни өсөн һәйбәт уҡыған талантлы йәштәрҙән етәкселәр әҙерләмәйҙәр, тигән һорау тыуа ине. Беҙҙең төркөм старостаһы Сан Саныч Розанов менән шул хаҡта бәхәсләшә инем. Ул, коммунистар 1917 йылда власты яулап алғандар һәм улар хаким итергә тейеш, тиһә, мин, большевиктар хәҙер юҡ, күптәре Граждандар һуғышында, Сталин репрессияларында һәләк булғандар, тигән фекер яҡлы инем.
Студент түңәрәктәренә лә йөрөнөк. Беренсе курста совет хоҡуғы (советское право) тигән түңәрәккә яҙылдым. Унда совет системаһын, депутаттар һайлау, уларҙың үткәрелгән сессияларын өйрәндек, совет демократияһы донъяла иң ғәҙел һәм һәр яҡлап та килгән, тип профессорҙар үҙҙәренең лекцияларында беҙҙең мейегә һеңдерергә маташтылар. Мәктәп йылдарынан уҡ АҠШ, Франция кеүек илдәрҙәге һайлауҙар менән ҡыҙыҡһындым һәм уларҙың нисек үткәнен белдем. Шуға күрә, был түңәрәк ҡыҙыҡһыныу уятмағас, философия менән мауыға башланым. Философ булараҡ Дамир ағай Вәлиев миңә бик ҙур йоғонто яһаны. Шул уҡ ваҡытта курсташым Юра Скуратов менән дуҫлаштым. 1990 йылдарҙа ул Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуроры булып эшләне. 2018 йыл Байкал күлендә курсташтар менән осрашыуҙа ул да булды. Миңә үҙенең “Вариант дракона” исемле китабын бүләк итте. Унда ул сәйәси сәбәптәр арҡаһында вазифаһынан бушатылыу тураһында бәйән итә.
Юриспруденциянан башҡа философия, политэкономия фәндәре лә ҡыҙыҡһыныу уяттылар. Экзамен биргәндә, социализм политэкономияһындағы ҡаршылыҡтар буйынса доклад әҙерләп, кафедраға тапшырғас, Шаталин, Заславский кеүек академиктар был проблемаларҙы күтәрәләр, һеҙҙә ғилми эшмәкәрлек өсөн бик ҙур һәләт бар, беҙгә аспирантураға ҡалығыҙ, тип өгөтләнеләр. Ләкин мин ризалашманым, сөнки берҙән, үҙемде следователь итеп хис итһәм, икенсенән, уҡыуҙы тамамлап, атай-әсәйгә ярҙам итергә кәрәк ине.
Беҙҙең төркөмдә бик талантлы йәштәр уҡыны. Беҙҙең староста Александр Александрович Розанов (Сан Саныч) бик күп йылдар Генераль прокурорҙың урынбаҫары булып эшләне. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының ветерандар ойошмаһы етәксеһе. Ғөмүмән, Свердловск юридик институты бөтөн Рәсәй өсөн юристар, кадрҙар әҙерләне. Мәҫәлән, Яковлев Вениамин Федорович Рәсәй Федерацияһының юғары Арбитраж суды председателе булып эшләне. Беҙҙә ниндәй генә фәнде уҡытманылар. Шул уҡ суд медицинаһын уҡығанда моргка суд психиатрияһы-психбольницаға алып бара торғайнылар. Суд бухгалтерияһын да өйрәнергә тура килде. Киләсәктә, следователь булып эшләгәндә, быларҙың барыһы ла миңә бик ныҡ ярҙам итте.
Свердловск ҡалаһы Урал өсөн мәҙәни үҙәк булып торҙо, тип әйтһәм, хата булмаҫ, сөнки унда музкомедия, опера һәм балет, драма театрҙары урынлашҡан ине. Цирк та бар. Мин һәр ваҡыт премьераға барырға тырыштым. Әлбиттә, билеттар ҡыйбатыраҡ, ләкин мин бай студент булараҡ, премьераға барам. Матур спектаклдәр ҡуялар. Антракт ваҡытында йыйылған халыҡты күҙәтеү, минең өсөн ҡыҙыҡ була торғайны. Бөхтә кейенгән ҡала халҡы, аристократия, елпеүестәр менән түңәрәк буйлап һөйләшә-һөйләшә йөрөгән 60 – 70 йәштәге ҡарсыҡтар.
Музкомедия театры бигерәк тә матур ине. Һәр бер спектакленә барырға тырыштым. Опера һәм балет театрына бер-ике тапҡыр ғына барғаным булды, ләкин бик үк оҡшатып еткермәгәс, башҡа ынтылманым. Шулай итеп, уҡыған ваҡытта мәҙәниәткә бик ныҡ ынтылдым һәм ылыҡтым.
Ҡыҙҙар менән дә танышыуҙар булды. Иҫемдә беренсе мөхәббәтем менән финанс хоҡуғы имтиханы алдынан булған беренсе осрашыу. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ барҙым, күрәһең, миңә уҡыу былай ҙа бирелә, тип шашып киткәнмен. Унда финанстар буйынса бөтә терминдарҙы белергә кәрәк. Әлбиттә, һөҙөмтәлә ҙур “икеле” билдәһен сәпәгәйнеләр, минең өсөн был бик үкенес булды. Ғәрләнеп, төнө буйы уҡып, икенсе көнөнә барып тапшырҙым. Профессор тыңлап ултыра бирҙе лә: “Нишләп кисә уҡымай килдең? Кисә шулай яуап бирһәң, “бишле” ҡуйыр инем, бөгөн тик “дүртле” генә”, – тине. Мин дөрөҫөн һөйләп биргәс, профессор көлдө лә “дүртле” ҡуйып сығарҙы. Уҡытыусыларҙың күбеһе кешелекле булды.
Сығарылыш кисәһен уҡытыусылар беҙҙең менән ресторанда күңел асып, бейеп-йырлап бергә үткәрҙеләр. Екатеринбург ҡалаһы өсөн был ҡәҙимге күренеш булһа ла, Өфө юғары йорттары өсөн бындай йыйылыуҙар бик ҡырағай булып һанала.
Һаман да хәтеремдә булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙең береһе – беҙҙең курста Наташа исемле, ике йыл милицияла эшләп стаж туплаған, мыҡты кәүҙәле, тос беләкле ҡыҙ уҡыны. Шул билдәле профессорҙы ҡыҫып үбергә маташа, профессор, киреһенсә, ысҡына алмай, шунан беҙ, егеттәр, барып уны ҡотҡарып алып ҡалдыҡ...
Беҙ уҡығанда стройотряд хәрәкәте көслө ине. Унда бик һайлап ҡына алалар ине. Һәр студент эләгә алманы. Стройотрядта булыу бик маҡтаулы ине. Тарихи яҡтан ҡарағанда, стройотряд хәрәкәте 50-се йылдарҙа эш ҡулдары етмәгәнлектән һәм Советтар Союзында ҙур күләмле төҙөлөштөң етәкселеге ҡарары менән барлыҡҡа килгән. Минеңсә, был төплө аҡыл менән ныҡлап уйланған ҡарар булды. Беренсенән, йәйге каникулдарҙа, студенттарҙы файҙалы эшкә йәлеп итеп, халыҡ хужалығын үҫтереүгә ярҙам, икенсенән, йәш быуынды, бигерәк тә, һәнәк, көрәк, балтаны тотоп та ҡарамаған ҡала балаларын ҡара эшкә йәлеп итеп, хеҙмәт кешеләренә ҡарата ниндәйҙер ихтирам тойғоһо уятыу. Өсөнсөнән, ата-әсәләренән минең кеүек матди ярҙам ала алмаған студенттарға үҙҙәренә аҡса эшләп, бер аҙ кейем-һалым алырға мөмкинлек биреү. Стройотряд хәрәкәтенең үҙенең романтикаһы булды. Стройотрядҡа яҙылған студенттар матур һәм һәр отрядтың үҙенең символикаһы булған форма кейеп, йәйге сессия бөткәс тә, Свердловск ҡалаһының үҙәк майҙанында үткәрелгән слетта ҡатнашып, эш урындарына таралдылар.
"ССО–1969" (студенческий строительный отряд 1969 г.) яҙыулы значоктар тағып, поезд менән төньяҡ Урал яҡтарында урынлашҡан Серов районына барып, ике ай УРС-тың (управление рабочего снабжения) ярҙамсы хужалығына 20х80 м киңлегендә һыйырҙар ҡураһын төҙөнөк. Иртә таңдан алып эңер төшкәнгә тиклем эшләнек.
Эш еңел булманы. Ер туң, ләкин 2,5 метр тәрәнлектә нигеҙ өсөн соҡор ҡаҙып, уны бетон һәм таш менән нығытып, кирбестән ике метр һайын бағаналар күтәреп, бүрәнә стенаны нығытыу бурысы тора ине. Һәр беребеҙгә урын бүлеп бирҙеләр. Ярты метр ерҙе ҡаҙғас, туң ергә барып төртөлдөк. Бөтә егеттәр аптырап ҡалды, нисек дауам итергә, механизация юҡ, эште ваҡытында тапшырырға кәрәк. Минең интернатта уҡығанда иртә яҙҙан ағастар өсөн ер ҡаҙыу тәжрибәһе бар ине, 30–40 сантиметр туң ерҙе үтһәң, артабан ҡара ер китә, шуға күрә мин лом алдым һәм... соҡоном да соҡоном. Ысынлап та, ҡаҙа торғас, барыһы ла килеп сыҡты, оло студенттар араһында минең абруй артты. Шулай итеп һарайҙы төҙөп бөтөп, ваҡытында тапшырғас, беҙгә оло байрам ойошторҙолар. Һәр-беребеҙгә маҡтау грамотаһы тапшырҙылар. Миңә Енакиев Захар Иванович, тип исем-шәрифемде боҙоп грамота тапшырырға уйлағайнылар, ләкин ни өсөн ата-әсәйем биргән исемде яҙмағанһығыҙ, тип маҡтау ҡағыҙын алыуҙан баш тарттым. Студенттар: “Молодец, Зуфар!” – тинеләр. Совет осоронда ла, батша дәүерендәге кеүек, башҡа халыҡтарҙа ассимиляцияға ынтылыу сәйәсәте көслө булды.
Стройотрядта эшләгәндә лә, атай-әсәйгә борсолмағыҙ, ас йөрөмәйем, тип хат яҙа торғайным. Объектты тапшырғас, һәр кем 2100 һум аҡса эшләне, ул бик ҙур аҡса ине, сөнки атайымдың уртаса эш хаҡы 70 – 80 тәңкә булды. Ул заманда “Жигули” машинаһын 4000 һумға һатып алырға мөмкин ине.
Беҙ төҙөгән ферма Япония менән хеҙмәттәшлек иткән эш тәьминәте идаралығы (управление рабочего снабжения) өсөн ине. Аҡсаларҙы ҡулға алғас, беҙҙе Серов ҡалаһындағы ҙур складҡа алып барҙылар. Унда Япониянан килтерелгән ниндәй генә кейем юҡ, ә беҙҙә ул ваҡытта дефицит заманы. Шул складта баштан-аяҡ кейендек, япон курткалары, джинсылар һ.б. 300 – 400 һум аҡса китте. Кисә йолҡош йөрөгән малай, бөгөн “модный” егеткә әйләндем. Свердловскиҙан Магнитогорск ҡалаһына самолет менән осҡанда, арыу кейенгән егетте күреп, хатта стюардессалар минең янға килеп ултырҙылар. Өйгә ҡайтҡас, атайымдың дуҫтары ла беҙҙә ине, уларҙың алдына ике шешә коньяк ҡуйҙым. Улар бик аптыранылар, сөнки ул ваҡытта ул бик ҡыйбат эсемлек ине, берәре 10 тәңкә торҙо. Ҡунаҡтар таралғас, мин пачкалап аҡса сығара башлағас, атайым ҡалтырап, ҡурҡып китте, улым, һин әллә берәүҙе үлтерҙеңме, тине. Мин һөйләп биргәс, шул тиклем ҡыуандылар, мин үҙем дә шат инем. Аҙаҡ Магнитогорскиға барып, атай-әсәйгә кейем, телевизор, кер йыуыу машинаһы, һыуытҡыс алып бирҙем, тик Вәхит ҡустым ғына, ағай миңә ат алып бирмәне, тип илап тороп ҡалды.
Шулай итеп, ғаиләмде кәрәк-яраҡ, кейем менән тәьмин итеп, икенсе курсҡа уҡырға киттем.
“Кәҫәне бушатып” килгәс, стипендияға ғына йәшәп булмай ине. Милицияның һаҡлау булеге (отдел охраны при РОВД) ҡарауылсы булып эшкә төштөм. Минең ҡарамаҡҡа краевед музейын бирҙеләр. Элекке сиркәү бинаһында урынлашҡан музейҙа төндәрен дежур иттем. Эргәлә партия мәктәбе, хәрби госпиталь һәм башҡорт-татар йәштәренең йыйылған урыны “Пятачок” (мин дә йәштәр араһына ҡурай менән сыға инем).
Бер көндө мине музейҙың бер филиалына ебәрҙеләр. Ул батша ғаиләһенең атып үлтергән Ипатьев йортонда урынлашҡан ине, бер нисә тапҡыр подвалға төшөргә һәм дежурҙа булырға тура килде. Башҡа ниндәй генә уйҙар килмәне...
80-се йылдарҙа Ипатьев йортон емереп, 90-сы йылдарҙа Өсөнсө рус революцияһынан һуң урынына ҙур сиркәү төҙөнөләр. 2000 йылдарҙа парламент делегацияһы менән Екатеринбургка барғанда, шул сиркәүҙә булырға тура килде. Экскурсияла йөрөгәндә, хатта хәтирәләргә бирелеп киттем.
Ярты йыл ҡарауылсы булып эшләгәндән һуң, балалар баҡсаһында ҡарауылсы һәм дворник булып эшкә урынлаштым. Унда эшләүе оҡшай ине, ләкин эш тә еңелдән булманы, сөнки киске һигеҙҙән сменаға төшәм, ике бак картуф әрсергә ҡушалар, ҡайһы саҡ һауыт-һабаларҙы ла йыумай ҡалдыралар ине. Белмәйем, бәлки, үҙҙәренең шундай тәртибе булғандыр. Һуңға ҡарай картуф әрсеү буйынса шул тиклем оҫтарҙым, 45 минут эсендә бер бак эрсей инем. Олоғайған көндә лә ул һәләт онотолманы. Картуф әрсеү буйынса донъя чемпионаты булһа, беренсе урынды алыр инем, тип уйлайым.
Иртәнге сәғәт биштә ашнаҡсы килеп иртәнге аш бешерһә, мин тороп ашайым да, ишек алдын һеперергә сығып китәм. Иртәнге туғыҙға уҡыуға... Тәүге осоро будильникка уяна инем, аҙаҡҡа табан уға ла уяна алмай башланым, сөнки сәғәт бер-икеләрҙә картуф таҙалап бөтөп, йоҡларға ятам, биштә уянам, уның өҫтәүенә – физик эш. Ҡыш көндәрен асыҡ тәҙрә менән йоҡлаһам, иртәнсәк ашнаҡсы ҡар ташлап уята. Әгәр оҡшамаған лекция булһа, рәхәтләнеп йоҡлайһың, дуҫым Хәбир, икенсе аудиторияла лекция булһа, уятып алып китә. Бер-ике сәғәт лекцияларҙа йоҡлап алам да, практик дәрестәрҙә сығыш яһайым. Лекциялар тамамланғас, балалар баҡсаһына барып төшкө аш ашап, урам көрәйем, эш бөткәс, Белинский исемендәге китапханаға китәм.
Студент йылдары бик күңелле үтте. Балалар баҡсаһы шәмбе, йәкшәмбе көндәре ял итә һәм беҙ, студенттар, йыйылып, кәйеф-сафа ҡора инек. Ҡайһы саҡ ҡыҙҙар килеп, ярҙам итеп картуф әрсешәләр. Зөфәр, ҡалай һин тиҙ әрсейһең, тип аптырай торғайнылар.
Балалар баҡсаһында көнөнә өс тапҡыр ашаталар, шуның өсөн эш хаҡынан 2 һум 70 тин тотоп ҡалалар. Эш хаҡым 120 һум булды, сөнки ҡарауылсы һәм урам һепереүсе 60-шар һум аҡса ала ине. Икенсе курста, яҡшы уҡыған өсөн 60 тәңкә стипендия алдым. Айына 180 һум аҡсаға йәшәнем һәм уҡыным. Следователь булып эшләй башлағас, эш хаҡы ни бары 130 һумға ҡалды. Ике йыл эшләгәс, 152 һумға етте. Районда өҫтәп ҡарауылсы эшен эҙләй башлағас, прокурор ризалашманы: “Ни в коем случае не позволю!” – тине.
Беренсе курста уҡығанда, октябрь айында мин йәшәгән бүлмәгә бөҙрәләнеп торған ҡуйы ҡара сәсле, мыҡты кәүҙәле ағай килеп инде. Башҡортса сәләмләшкәс, ҡустым, һин ҡайһы райондан, тип һораны. Таныштыҡ. Беҙҙең юридик институтты тамамлаған, минән 10 йәшкә оло, Урал дәүләт университетының философия факультетының өсөнсө курс аспиранты, Арғаяш башҡорто Вәлиев Дамир Жәүәт улы булып сыҡты. Шул уҡ йылды кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы һәм Өфөгә эшкә ҡайтып китте. Дамир ағайҙың фән өлкәһендә эшләүе минең өсөн өлгө булды. Дуҫлыҡ ептәрен уны һуңғы юлға оҙатҡансы тиклем өҙмәнек, мөстәҡиллек өсөн дә бергәләп көрәштек. Ул Советтар Союзында ғына түгел, сит илдәрҙә лә танылған философ дәрәжәһенә етте. Артабан был өлкәләге эште дауам итер өсөн күп кенә уҡыусыларын ҡалдырҙы. Бик иртә, 60 йәшендә генә был донъянан китеп барҙы.
Дамир ағайҙың белмәгән кешеһе булманы. Бер көндө совет армияһы майоры формаһында башҡорт ағайы менән миңә килеп инделәр. Мәсетле районы военкомы Сәғитов Дауыт ағай ине. Ул ситтән тороп Урал дәүләт университетының тарих факультетында һуңғы курстарҙа уҡый ине. Улар мине үҙ иттеләр, осрашҡан һайын башҡорт халҡы, Башҡортостан һәм, ғөмүмән, ил яҙмышы тураһында фекер алыштыҡ. Уларҙың кәңәше менән Свердловск ҡалаһының юғары уҡыу йорттарында уҡыған башҡорт студенттарын туплап яҡташтар ойошмаһы төҙөргә булдым. Ул ваҡытта уҡыу йорттарының дөйөм ятаҡтарында студенттарҙың исемлектәре элеүле тора торғайны. Башҡорт фамилиялы студенттарҙы табып, туплап, кафела тәүге яҡташтар берекмәһе ултырышы үткәрҙек. 100-ән ашыу студент йыйылды, мине ойошманың президенты итеп һайланылар. Шул ойошмала башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары үҙ-ара танышып, ғаилә ҡорҙолар. Ҡайһы берҙәре менән күп йылдар хатлашып аралашып торҙом. Институтты тамамлағанға 5 – 6 йыл үткәс, Өфө аэропортында икенсе ҡаттан берәү “наш президент, президент”, тип бөтөн залға яу һалды. Баш күтәреп ҡараһам, тау институтын тамамлаған Ырымбур егете Әхтәм булып сыҡты. Йүгереп килеп ҡосаҡлап та алды. Халыҡ аптырап ҡалды, ул ниндәй президент, тип. Нишләп наш президент, тип ҡысҡыраһың, тип һорағанға, исемеңде оноттом да, шуға шулай тинем, тип яуапланы. Һин аэропорттан сығып китеп бара инең, юғалтып ҡуйырмын, тип ҡурҡтым, тине. Матур, мөһабәт, мыҡты кәүҙәле башҡорт егете яҡташтар ойошмаһында үҙебеҙҙең ҡыҙға өйләнеп, Себер яҡтарында эшләй ине. Шул уҡ ваҡытта Ҡаҙағстан студенттары менән бәйләнеш урынлаштырҙыҡ. Улар мине үҙҙәренең яҡташтар берекмәһенә Башҡортостан вәкиле булараҡ саҡырһа, мин уларҙың етәксеһен үҙебеҙгә саҡыра инем. Дуҫ йәшәнек. Ошо осрашыуҙарҙа ҡаҙаҡ егеттәре Ҡаҙағстандағы милли мәсьәлә тураһында бик асылып һәм әсенеп һөйләй торғайнылар. Сиҙәм күтәргән ваҡытта ҡаҙаҡтар иленә Советтар Союзынан бик күп халыҡ күсерелгән һәм, һөҙөмтәлә, ерле халыҡ, үҙ республикаһында дөйөм халыҡ иҫәбен алғанда, бик аҙ процент тәшкил итеп меҫкен хәленә ҡалып бара ине...
Студент ваҡыттың тағы ла иң сағыу мәлдәренең береһе – концерт бригадаһының килеүе. Бер тапҡыр Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль сығыш яһаны. Ишмулла Дилмөхәмәтов, Рамаҙан Йәнбәков йыш килделәр. Беҙ, студенттар, уларҙан ҡалышмай, уларҙы оҙатып йөрөнөк. Иҫемдә, “Большой Урал” ҡунаҡханаһында Рамаҙан ағай аяҡтарын бөкләп тороп ултыра ла оҙон көйҙө һуҙып та ебәрә. Ул осорҙа хәҙерге кеүек “фанераға” йырлау булманы. Тамашасылар хаттар ебәреп, яратҡан йырҙарын һорап йырлаталар ине. Рамаҙан ағай бер теләкте лә кире ҡаҡмай, йә ҡурайға, йә баянға ҡушылып йырлай. Концерт өс-дүрт сәғәткә һуҙыла. Антракт ваҡытында халыҡҡа беҙҙең Рамаҙан ағай күрше ауылдан, тип маҡтанып та ала инем.
Ишмулла ағай һәр ваҡыт Өфө идеалогия етәкселәренең ҡурайсыларҙы сәхнәгә сығарырға теләмәүҙәре, ҡыҫымға алыуҙары хаҡында эсенеп һөйләй ине. Яҙмышы ла ҡыҙғаныс булды. Ул Японияла гастролдә саҡта, улын сәнсеп үлтерҙеләр, ә үҙен 1980 йылда “Актерҙар йорто” туҡталышы янында машина һуҡтырып китте.
Рамаҙан ағайҙың да бала саҡ яҙмышы бик ҡыҙғаныс. 1930 йылда аслыҡтан үлмәҫ өсөн балалар йортона ебәрелә. Әсәһе Баймаҡта торфта эшләгәндә мәрхүмә була. Әсәһенең ҡайҙа ерләнеүе хаҡында белә алмай һәр ваҡыт әсенеп һөйләне. Өфөлә, күрше йәшәгәнгә күрә, кис һайын эштән ҡайтҡанда, осрашып һөйләшеп ала инек. Иң үкенеслеһе шул – иҫән сағында Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булыуҙан мәхрүм ҡалды. Мин үҙем премиялар бирә торған комиссияла бер ваҡытта ла эшләмәнем, мине ундай “йылы урынға” яҡын да ебәрмәнеләр.
Рамаҙан ағайға 75 йәш тулғанда, беҙ, Баймаҡ егеттәре, 75 мең аҡса йыйып сәхнәгә сығарып бирҙек. “Рамаҙан ағай, был һиңә халыҡ премияһы!” – тип тапшырҙым. Ауыр тупрағы еңел булһын... Уның кеүек моңло тауышлы йырсылар йөҙ йылға бер тыуалыр.
Дыуан район прокуратураһында хеҙмәтем
Һуңғы курстарҙа ҡайһы өлкәгә эшкә барыуыбыҙ тураһында мәсьәлә килеп тыуҙы. Миндә, әлбиттә, Башҡортостанға ҡайтып прокуратура системаһында эшләү теләге ҙур ине. Шуға күрә, йәйге каникулдарға ҡайтҡанда, республика прокуратураһына барып документтарымды ҡалдырҙым. Һуңынан беҙҙең институтҡа хат килде: “Милли кадрҙар етешмәү сәбәпле, Йәнекәйев Зөфәрҙе Башҡортостанға ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ”, тип. Һуңғы курста уҡығанда республика прокуратураһы ҡарамағында алты ай стажировка үттем. Дыуан районына следователь итеп тәғәйенләнеләр. Прокурор Юсеев Мәргән Мөдәрис улы етәкселеге аҫтында эшләнем. Бик тырыштым. Стажировка бөткәс, Мәргән Мөдәрис улы үҙендә ҡунаҡ итте. Мине Дыуан районына следователь булып килергә өгөтләне, ризалаштым. Диплом алып, эшкә килгәс, республика прокуроры Яковлев Михаил Владимирович, бик тәжрибәле, хөрмәтле кеше, миңә тәнҡитсел ҡараш менән ҡарап торҙо ла: “Холост? – тип һораны. – Будешь практиковаться по 117 статье “Изнасилование”, чтобы сам не попался”, – тине, йылмайып. Совет закондары нигеҙендә прокуратура следователдәре, шул уҡ рәттән кеше үлтереү, хужалыҡ өлкәһендә урлашыу, ришүәтселек, милиция хеҙмәткәрҙәре ҡылған енәйәттәрҙе, дәүләт һәм йәмғиәт өсөн әһәмиәтле енәйәттәрҙе тикшерҙеләр.
Ул ваҡытта асфальт юл юҡ, Кропачево станцияһында төшөп ҡалаһың да, артабан һикәлтәле юлдан ике-өс сәғәт машина менән бараһың. Студент саҡта аҡсаны күп эшләп, мул йәшәп өйрәнгәс, 134 һумға йәшәү ауырға тура килде, сөнки эш хаҡының күбеһе ашханала ашауға китә.
Минең кеүек буйҙаҡ сыуаш егете Володя менән таныштым. Уны ветеринар станцияға йәш специалист итеп ебәргәндәр ине. Тәүге йылдары ял көндәре ашхана эшләмәһә, ул берәй фермаға барып тикшереү өсөн, имеш, бер-ике тауыҡ ала ла, беҙ шуны бешереп ашайбыҙ. Аҙаҡ леспромхоз ашханаһында туҡлана башланыҡ.
Бер йыл эшләгәс, Туймазы ҡалаһында көсләү буйынса асыҡланмаған енәйәт эштәрен асыҡлап ҡайтҡас, мине Өфөгә күсереү тураһында уйлай башланылар, ләкин армияла хеҙмәт итмәгәс, “неперспективный”, тип ҡалдырҙылар.
Дыуан районында эшләгәндә, 1974 йылда район үҙәгендә митинг ойошторҙолар. Суд, прокуратура органдарына куратор булған партия ойошмаһы секретары миңә (бер ниндәй ҙә партияла тормай инем) һеҙ йәш кеше, уҡымышлыһығыҙ, Солженицындың “Архипелаг ГУЛАГ” әҫәрен фашлап, йәштәр исеменән сығыш яһарға кәрәк, тине. Мин уға был әҫәр хаҡында ишеткәнем бар, унда Сталин заманында нахаҡҡа ғәйепләнеп юҡ ителгән халыҡ тураһында һүҙ бара, һеҙ миңә уҡырға бирегеҙ, үҙ фекеремде әйтермен, тинем. Секретарь сәйер итеп ҡараны ла, башҡа өндәшмәйенсә китте. Шул йылды “Спутник” линияһы аша Францияға турист булараҡ барып ҡайтырға путевка алдым. Советтар Союзында сит илгә сығыу бик ҡатмарлы булды. Иң тәүҙә комсомол, партия ойошмалары, райкомдан комиссия тикшерә, Өфөгә ебәрәләр. Эш боҙоп йөрөмәгәс, ул тиклем тотҡарлыҡтар булманы, барыһы ла ризалыҡ бирҙе, тик Өфөгә килгәс, исемлектә булмауымды күрҙем. Аптыраным, ләкин бер кем дә ни өсөн төшөп ҡалыуым тураһында яуап бирә алманы.
Бер йыл үткәс, Мексикаға путевка алдым, ләкин был юлы ла үткәрмәнеләр. Һуңынан ғына аңланым – Солженицынға ҡаршы сығыш яһамаған өсөн мине “неблагонадежный”, тип сығарманылар, өҫтәүенә аспирантураға ла юл ябыҡ ине. Минең өсөн был бик ныҡ үкенес булды, әйтерһең дә, минең алдымда ҙур стена барлыҡҡа килде, үҙемде ситлектәге ҡош кеүек тойҙом, төшөнкөлөккә бирелдем, кәйеф ҡырылды...
Дыуан районында следователь булып эшләгәндә, мин, буйҙаҡ егет кеше, төрлө кисәләргә йөрөнөм, йәштәр менән аралаштым. Ҡыш көнө ваҡыт табып, саңғыла шыуам, ә ҡара ер күренгәс, студент ваҡыттағы ғәҙәт буйынса, иртәнге етелә тороп йүгерәм. Әй йылғаһын боҙ ҡаплағансы һыу инәм.
Мәсәғүттә бик дәртле йәштәр булды. Ғөмүмән, йәшлек үҙе ҙур бәхет, йәмен, рәхәтен белеү генә кәрәк.
Бер кисәлә миңә йәш башҡорт ҡыҙҙары килеп: “Һин бит следователь, ни эшләп беҙгә ПМК өс ай эш хаҡы түләмәй?” – тип аптыраттылар. Совет заманында эш хаҡын һәр ваҡыт көнөнә бер тотҡарлыҡһыҙ бирәләр ине. Мин ПМК-ла эшләгән инженер егеттәрҙән һораштырҙым, улар баш бухгалтер менән йәшерен рәүештә осраштырҙылар. Ул ПМК хужаһының приписка менән шөғөлләнеп үҙенә 48 меңлек ойошма аҡсаһына йорт һалдырыуы, шуға күрә эшселәргә эш хаҡының түләнмәүе хаҡында һөйләне. Мин өс ай буйына бухгалтерҙан материалдар туплағас, енәйәт эше ҡуҙғаттым.
Бының кеүек эштәр бик ҡатмарлы һәм енәйәт булыуын иҫбатлау ғәйәт ауыр тип иҫәпләнде. Уның өсөн ҡул счеттарын ҡулланып (ул ваҡытта калькулятор, компьютерҙар хатта хыялда ла юҡ), бөтөн бухгалтерия документтарын тикшереп сығаһың, һәм уларҙың “Строительные нормы и правила” (СНиП) менән ҡаралған талаптарға ярашлы булыу-булмауын тикшерәһең. Шулай уҡ башҡарылған эштәрҙе контрольный обмерҙа үткәртеп (инженер-эксперттар күпме һәм ниндәй эштәр башҡарғанын тикшереп), сығарған һөҙөмтә (заключение) материалдары менән сағыштырып, урлашыу-приписка булғанмы, юҡмы икәнлеген иҫбатлайһың.
Совет осоронда райком секретары райондың “хужаһы” булды, ә депутаттарҙың башҡарма комитеты, прокурор, судьялар, әлбиттә, уларға буйһоноп йәшәнеләр.
Мин партияла түгел инем. ПМК төҙөлөш ойошмаһы директорына ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатҡас, Дыуан районының беренсе секретары тәүҙә прокурорҙы, шунан мине үҙенә саҡыртты. Партия ағзаһы булғанға күрә, прокурор мине был эштән баш тартырға өгөтләне, ләкин мин уны тыңланманым.
– Зөфәр, улай ярамай, беренсе секретарь енәйәт эшен артабан алып барырға ҡушмай, – тине.
– Мәргән Мөдәрисович, ул бит бур, енәйәте өсөн төрмәлә ултырырға тейеш.
Һөҙөмтәлә, прокурорға буйһонманым, сөнки ул ваҡытта, закон буйынса, минең ундай хоҡуғым бар ине, енәйәт ҡуҙғатыу буйынса карточканы Мәскәүгә ебәрҙем.
Бер көндө беренсе секретарь шылтырата.
– Һин, молодой человек, енәйәт эшен ал да миңә кил әле, – ти.
– Беренсенән, хөрмәтле Н. (исем-шәрифен әйтеп тормайым), кәрәк булһа, миңә килегеҙ, минең дә кабинетым бар, икенсенән, енәйәт эше – ул йәшерен документ, һеҙҙе барлыҡ материалдар менән таныштырыу тураһында ла миңә уйларға кәрәк.
– Ах, һин, сволочь! Мин бит һине бөтөрәсәкмен!
Ләкин Мәскәүҙә минең яҡлы булдылар, аҙағына тиклем эште алып барып еткерҙем.
Алты ай дауамында тикшереү барғандан һуң, төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, енәйәт эшен башҡарып сығып, тикшереүгә барлыҡ көсөмдө һалып, судҡа тапшырҙым. Дыуан районында приписка буйынса алып барған енәйәт эше “Следственная практика” тигән китапта нәшер ителеп, армияла саҡта, Генераль прокурорҙың приказы буйынса аҡсалата бүләкләнеләр.
Яңыраҡ, ике-өс йыл элек, беҙҙән бер курс түбән уҡыған Сафин Зөфәр Нурулла улы, 2008–2009 йылдарҙағы Өфө ҡалаһының прокуроры, менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Зөфәр, һин үҙеңдең эшең менән бөтөн Советтар Союзына танылдың, тик армияла ғына йөрөп ҡалдың, ә беҙ бында һинең өсөн бик ныҡ ғорурландыҡ, тине һәм миңә прокурор сәғәте бүләк итте.
Дыуан районы прокуратураһында эшләгәндә, Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылында универмаг янып китте. Мине тикшереү өсөн ебәрҙеләр. Студент ваҡытта дуҫлашҡан Дауыт ағай, Мәсетле районы военкомы, мине ҡунаҡханаға ебәрмәй, үҙендә ҡалдырҙы. Еңгәй, Сара апай, Өфөлә сессияла ине, уларҙың башланғыс кластарҙа уҡыған ике улдары менән бергәләшеп ун көн донъя көттөк. Һуңынан аҙна һайын мине ҡунаҡҡа саҡырҙылар, ләкин эш урынын ҡалдырып йөрөү уңайһыҙ ине, сөнки район прокуратураһында мин берҙән-бер следователь инем. Закон буйынса мәйет табылһа, ҡатын-ҡыҙҙы көсләү енәйәте булһа, фәҡәт прокуратура следователе эш башларға тейеш. Мин килгәнсе, милиция хеҙмәткәрҙәренең мәйеткә тейергә хоҡуҡтары булманы. Шуға күрә милицияның дежур бүлегендә минең адресым мотлаҡ булды. Дөрөҫөн әйткәндә, бер ниндәй шәхси тормошһоҙ казарма режимында йәшәнем, шуға ҡарамаҫтан, был эш бик оҡшаны. Хатта дуҫ ҡыҙҙар үҙҙәренә күрә ғорурлыҡ тойғолары кисерәләр ине.
Өфөлә командировкала булғанда, Дамир ағай Дауыт ағай тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне. КПСС-тың өлкә комитетына идеалогия буйынса өсөнсө секретарына башҡорт интеллигенцияһын (Р. Ғарипов һ.б. шағирҙар, яҙыусылар) ҡыҫалар, тип ҙур ғына өндәмә әҙерләгән дә, “Ағиҙел” ҡунаҡханаһында мендәр аҫтында онотоп ҡалдырған. Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре артабан был яҙманы КГБ-ға (Дәүләт именлеге комитетына) тапшырғандар. Эшһеҙ ыҙалаған КГБ хеҙмәткәрҙәре өсөн был ҙур табыш. Улар Дауыт ағайға күҙәтеү ҡуйып, кем менән осрашҡандарын билдәләп, башҡорттар Совет власына ҡаршы ойошма төҙөгәндәр, тип енәйәт эше асырға ниәтләгәндәр. Дамир ағайҙы ла саҡыртып, КГБ-ла һорау алғандар. Дыуан районына ҡайтҡас, телефондан Мәсетлегә Дауыт ағайға шылтыратып, осрашыу көнөн һәм урынын билдәләнек. Миңә, следователь кешегә, телефондың тыңланыуы көн кеүек асыҡ ине. Әбдрәшит ауылы эргәһендә, көнбағыш баҫыуында осрашырға һөйләштек. Сентябрь айының матур аяҙ, йылы бер көнө. Киске сәғәт 9 тирәһе, ҡояш яңы байый башлаған мәл. Мин мотоцикл менән килешкән урынға ике сәғәт алдан барып, мотоциклды ситкә ҡуйып, ҡулыма һуйыл алып, ипләп кенә КГБ-ның күҙәтеүсеһен эҙләй башланым. Күптә үтмәне, көнбағыш араһынан 40 йәштәрҙәге ир-егет тороп, тау яғына йүгерҙе. “Стой, стрелять буду!” – тип артынан ҡысҡырҙым. Әлбиттә, атырға уйымда ла юҡ, сөнки пистолетым да үҙем менән булманы. Миңә, йәш кешегә, был бик ҡыҙыҡлы мажара булды. Дауыт ағай килеп еткәс, бөтөн яҙмаларын ҡарап сыҡтым, енәйәттең эҙе лә булмауы тураһында әйтеп, уны тынысландырҙым. КГБ етәкселеге мин Солженицынды яманлап сығыш яуҙан баш тартҡас, хатта сит илгә “неблагонадежный”, тип сығартмағайнылар. Закон, Конституцияны мин боҙманым, киреһенсә, улар Конституцияны һәм закондарҙы һанға һуҡмай ҡыландылар. Следователь эшемдән алып ташларға уларҙың ҡулынан килмәне, шуға үҙемде ҡыйыу һәм азат тоттом.
Дауыт ағайҙы военкоматта вазифаһынан бушатып, Ҡаҙағстанға Балхаш ҡалаһына судһыҙ ҡыуып ебәрҙеләр. Унда күп йылдар мәктәптә эшләп, 1989 йыл Өфөгә әйләнеп ҡайтты. Ленин урамында осратып, йүгереп барып ҡосаҡлағас, Дауыт ағайым илап ебәрҙе. “Зөфәр, һин һис тә үҙгәрмәгәнһең, шулай уҡ ҡыйыу егет икәнһең. Мине элекке дуҫтарым күреп ҡалһа, урамдың икенсе яғына сығалар”, – тине. Ул йылды мин радио, телевидение аша Башҡортостандың мөстәҡиллеге өсөн цензураһыҙ айына ике-өс тапҡыр сығыш яһай инем. Тәүге осор таныш ағайҙар мине күрмәмеш булып йәки урамдың икенсе яғына сығып үтеп китәләр ине.
Мин уларҙы ғәйепләмәйем һәм үпкәләмәйем, сөнки Горбачевтың “гласность” сәйәсәте оҙаҡҡа бармағанын белә инек... Ул ваҡытта халыҡ аңында ҡурҡыу көслө ине. 1937 йыл НКВД-ның беҙҙең интеллигенцияны “утап” сығыуы һәр кемдең хәтерендә бик оҙаҡҡа эҙ ҡалдырҙы...
Аҙаҡ Дауыт ағай Өфөлә йорт һатып алып, башҡорт хәрәкәттәрендә бик әүҙем ҡатнашты.
Прокурор Мәргән Мөдәрис улы Юсеев бик итәғәтле, 50 йәштәрҙәге кеше ине. Мине улы кеүек үҙ итте. Уның балыҡ тотоу әүәҫлеге хаҡында айырым китап яҙырлыҡ. Минең тәүге эш хаҡыма Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһына барып 80 һумға балыҡ тотоу өсөн кәрәк-яраҡтар һатып алдыҡ. Һәр ял көнө Әй йылғаһына балыҡҡа сыға инек. Ә муйыл сәскә атҡанда, опто балығына йөрөнөк. Ул бик һиҙгер һәм ҡармаҡлауҙа ҙур оҫталыҡты талап итә ине. Төнгө 3-тән иртәнге 7–8-гә тиклем сиртә башлайҙар. Һәр кемдең үҙенең билдәләнгән ятыуы (балыҡ тотҡан урыны) бар. Балыҡ бигерәк тә борсаҡҡа сиртә. Сезон ваҡытында быҡтырылған бер тоҡ борсаҡ китә ине. Балыҡ ҡармаҡҡа эләккәс, уны тәрәндән алып сығарыу ныҡ ауыр. Иң мөһиме – ҡармаҡ ебенең өҙөлмәүе, сөнки балыҡ көслө, ныҡ тыпырсына. Шулай бер ваҡыт прокурорҙың балығы ҡармаҡтан ысҡынғас, ул хатта ултырып иланы. Шул тиклем азартлы кеше ине. Мин әрмегә киткән көндө, шаршамбы, суд һәм прокуратураның бер йортта урынлашыуына күрә, милиционерҙарҙы кабинет эргәһенә һаҡҡа ҡуйып, суд һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре иртәнән кискә ҡәҙәр әрмегә оҙатыу мәжлесе үткәрҙеләр. Кис еткәс, Кропачева станцияһынан Өфөгә юл тоттом. Яңы тормош – әрме хеҙмәте башланды.
Дауамы бар.