Ипотека өсөн ваҡытында түләү яҡшы, әлбиттә. Әммә ниндәйҙер сәбәп арҡаһында бурысығыҙҙы атҡара алмаһағыҙ, нимә эшләргә?
Күптәр хатта кәрәкле сумманы түләмәгәндән һуң иртәгәһенә үк суд приставтары өйгә килер тип уйлай. Ә закондарға ярашлы, аҡсаны заемға алыусы даими рәүештә түләү срогын боҙһа, йәғни был хәл һуңғы 12 айҙа өс осраҡтан күберәк ҡабатланһа, һағайырға сәбәп бар.
Әммә шуныһы: ипотека килешеүендә башҡа шарттарҙың да булыуы ихтимал, шуға күрә уны ентекләп уҡығыҙ. Әгәр бер тапҡыр бурысығыҙ ваҡытында түләнмәһә, штраф санкциялары ҡаралған. Өҫтәүенә һәр түләнмәгән көн өсөн процент түләтеүҙәре тураһында оноторға ярамай. Тағы кредит тарихы боҙолоуы һәм был исемлеккә эләгеү ихтималлығы, шул сәбәпле финанс ойошмаһынан йәнә бурысҡа аҡса алырға теләгән ваҡытта ҡатмарлыҡтар килеп сығыуы бар.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай. Бер ниндәй бурысһыҙ кешегә лә кредит буйынса түләүҙәрҙең барлығы хаҡында хәбәр итеүҙәре ихтимал. Мәҫәлән, бүтән кешенең паспорт мәғлүмәттәрен файҙаланып, артыҡ билдәле булмаған банктан кредит алыуҙары бар. Шулай итеп, заман остап бендерҙары йоҡламай, һәр йәһәттән уяу булыу зарур.