Республиканың эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә мутлыҡ тураһында 19 ғариза алынған.
Өфөнөң 3-сө полиция бүлегенә 41 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул интернет селтәрҙәрендә өҫтәмә табыш алыу мөмкинлеге тураһындағы белдереүҙе күреп, заявка ҡалдырған. Уның менән бәйләнешкә сыҡҡан әҙәмдәр уға инвестиция иҫәбен асырға “ярҙам итәләр” һәм кредит алырға күндерәләр. Мутлашыусыларға ышанып, ҡатын 3 миллион һумдан ашыу кредит ала һәм ике ай дауамында уларҙың иҫәбенә күсерә.
Туймазы районы полицияһына алданған 25 йәшлек егет мөрәжәғәт иткән. Уға берәү, кәрәҙле бәйләнеш компанияһы хеҙмәткәремен тип таныштырып, бәйләнеш хеҙмәтенең килешеүен оҙайтырға кәрәклеген хәбәр итә. Егет уға смс-кодтарҙы әйтә, улар ярҙамында мутлашыусылар егеттең шәхси мәғлүмәттәренә үтеп инә. Бер аҙ ваҡыттан “банк хеҙмәткәре” шылтырата һәм, йәнәһе лә, килгән заявкаларҙы юҡҡа сығарыу өсөн үҙенә лә кредит алырға тәҡдим итә. Күрһәтмәләрҙе үтәп, егет 2 миллиондан ашыу кредит алып енәйәтселәргә күсерә.
Шул уҡ полиция бүлегенә Ҡандрала йәшәгән 52 йәшлек ҡатын да ғариза менән килә. Алдағы ваҡиғалағы кеүек “кәрәҙле бәйләнеш хеҙмәткәре” шылтырата һәм килешеүҙе оҙайтыуҙа ярҙам итеү өсөн уның мобиль ҡоролмаһында экранды күреү функцияһын тоташтырырға тәҡдим итә. Тик уны тоташтырыу менән ҡатын был “хеҙмәткәрҙең” уның исеменә кредит алырға маташыуын һиҙеп ҡала. Уның мутлашыусы икәнен аңлағас, ҡатын тиҙ генә телефонын һүндерә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Полициянан, банктан йәки кәрәҙле бәйләнеш компанияһынан тип шылтыратһалар – трубканы һалығыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Шикле һылтанмалар аша үтмәгеҙ, тикшерелмәгән сайттарға инмәгеҙ. Уяу булығыҙ, мутлашыусылар тоҙағына ҡапмағыҙ.