Рязань өлкәһендә ике ҡатын һәм үҫмер егет ҡулға алына, улар 16 йәшлек ҡыҙҙы урлауҙа ғәйепләнә.
29 сентябрҙә бер ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына 16 йәшлек ҡыҙын урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Әсә кеше һөйләүенсә, уның күҙ алдында ҡыҙын көсләп ҡара машинаға ултыртып, билдәһеҙ йүнәлештә алып китәләр.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре урлаусыларҙы таба һәм ҡулға ала. Улар 40-ҡа инеп барған ике ҡатын һәм 15 йәшлек егет булып сыға. Ҡыҙҙы үҙҙәренең туғанына кәләшлеккә тип урлап, Мәскәү өлкәһенә алып китәләр.
Полиция мәктәп уҡыусыһын тотҡонлоҡтан ҡотҡара һәм ата-әсәһенә ҡайтара. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүселәргә йәшәгән урынынан бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡушылған. Тикшереү эше бара.