Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итте Башгидромет синоптиктары. Бөгөн, 9 октябрҙә, республикала урыны менән ямғыр, йәшен. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +15, + 20°, төньяҡта +10°.
Кесе йома, 10 октябрҙә, шулай уҡ ямғыр яуыуы көтөлә, төньяҡ райондарҙа кис көнө ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +2, +7°, көндөҙ +8, +13°, төньяҡта +3°.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-09/v-bashkirii-obeschayut-dozhd-so-snegom-3960758