Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь , 09:41

13 йәшлек ҡыҙ... ике һеңлеһен үлтергән

Ул әсәһенә өйҙәшенән кит тип инәлгән

13 йәшлек ҡыҙ... ике һеңлеһен үлтергән
13 йәшлек ҡыҙ... ике һеңлеһен үлтергән

Кисә күршеләрҙә, Һамар өлкәһенең Тольятти ҡалаһында, булған хәл ысын мәғәнәһендә бар илде тетрәтте. 13 йәшлек үҫмер ҡыҙ үҙенең ике һәм биш йәшлек һеңлеләрен тешләгән һәм бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Бынан һуң ул ҡыҙҙарҙы балконға сығарып һалған да паркка йөрөргә сығып киткән.

Ҡот осҡос табышты уның икенсе, 10 йәшлек һеңлеһе тапҡан. Был ваҡытта атай менән әсәй өйҙә булмаған. Ҡыҙ был хәл тураһында әсәһенә үҙе әйткән, уға: “Это я! Ахахах”, – тип СМС хәбәр ебәргән.

13 йәшлек Ульяна (исеме үҙгәртелде) менән бәләкәй ҡыҙҙарҙың әсәләре бер, аталары башҡа булған. Бәләкәй ҡыҙҙарҙың атаһы әсәй кешене туҡмаған, хыянат иткән. Ҡыҙыҡай әсәһенән инәлеп унан китеүҙе һораған, ләкин ҡатын ирен һәр саҡ кире ғәфү иткән.

Ғаиләлә бөтәһе биш ҡыҙ үҫкән. Өлкән 18 йәшлеге айырым йәшәгән. Башҡалары (ике, биш, ун һәм 13 йәшлектәре) әсәләре һәм үлгән ике бәләкәй ҡыҙҙың атаһы менән бергә торған. Кисә Ульянаны бәләкәйҙәрҙе ҡарап торорға ҡушҡандар, улар өйҙә өсәү ҡалған.

Ҡыҙҙарҙың әсәһенең исеме Ирина, уға 41 йәш. Балалары ике ирҙән. Үлтерелгәндәре әлеге өйҙәшенән, өлкәндәре – уға тиклем булған ирҙән. Уның менән ҡатын эскәне өсөн айырылышҡан, ул ирҙең әле МХО-ла булыуы билдәле.

Күршеләре һәм таныштары әйтеүенсә, “яңы атай” үҙен һәйбәт тотҡан, ҡыҙҙарҙы айырмаған, бөтәһе менән бергә паркта йөрөгән. Әсәләре лә һәр саҡ үҙен ҡарап, матур кейенеп йөрөгән. Әлеге ирҙең исеме Юрий һәм уға 32 йәш. Ситтән ҡарағанда улар имен ғаилә кеүек булған. Ләкин башҡалар әйтеүенсә, ир ҡатынды туҡмаған һәм хыянат иткән. Ирина уны ҡыуып сығарырға маташҡан, ләкин ир китмәгән, хатта бер осор өс ай буйы подъезда ҡунып йөрөгән. Яңыраҡ ҡатын өйҙәшенә ҡарата полицияға ғариза биргән. Сөнки ул өйөнә килеп инеп уны йәнә туҡмаған. Ләкин ҡатын киренән ғәфү иткән. Кисә лә улар полицияла булған, шуға ҡыҙҙар өйҙә яңғыҙ ҡалған.

Ульянаға килгәндә, һуңғы йылдарҙа уның психологик проблемалары башланған. Уны сәйер һәм ябыҡ тип ҡылыҡһырлай күршеләре. Әсәһе бер танышына "ҡыҙым тыңламай һәм насар уҡый" тип һөйләгән. Ҡыҙ менән психолог шөғөлләнгән, ләкин ул психдиспансерҙа иҫәптә тормаған. Үҫмерҙең психикаһына әсәһе менән өйҙәшенең даими талаштары һәм бәләкәй ҡыҙҙарҙы уға ҡалдырып китеүҙәре йоғонто яһауы ихтимал, тиҙәр. Ике йәшлек ҡыҙыҡай мыжыҡ булған тиҙәр. Бер фараз буйынса, ҡыҙ үгәй атаһынан үс алыр өсөн һеңлеләрен үлтергән...

Әле ҡыҙыҡай ҡулға алынған һәм психиатрия стационарында. Уны махсус экспертиза көтә. Ульяна ҡыҙҙарҙы үлтереүҙә ғәйепле тип табылһа ла, ул енәйәт яуаплылығына тарттырылмаясаҡ.

Фото: Телеграм. 

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: