Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь , 12:36

Башҡортостан Башлығының кинематография өлкәһендәге гранттар конкурсы еңеүселәре

2024 йылдың 19 июленән 19 авгусына тиклем фонд 2024 йылда кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итте. Йәмғеһе 15 ғариза килде.

Башҡортостан Башлығының кинематография өлкәһендәге гранттар конкурсы еңеүселәре
Башҡортостан Башлығының кинематография өлкәһендәге гранттар конкурсы еңеүселәре

Еңеүселәр иҫәбендә – республиканың биш ойошмаһы, уларҙың проекттары 50 миллион һумға баһаланды. Шуларҙың өсәүһе тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды конкурстарында еңеүсе булды.

Еңеүселәр 4 тулы метражлы фильм һәм бер анимация сериалы төшөрә. Гранттың максималь суммаһы түбәндәгесә: тулы метражлы фильм йәки сериал – 15 миллион һум; ҡыҫҡа метражлы фильм – 5 миллион һум.

«Кинематографияны үҫтереү конкурсы икенсе йыл үткәрелә. Республикала кинематография индустрияһына ярҙам итеү бик мөһим, сөнки ул мәҙәни киңлекте үҫтерә һәм төбәктең ыңғай имиджын формалаштыра. Яңы проекттар тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итер, талантлы режиссерҙарға һәм сценаристарға үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирер тип көтөлә», – тине фондтың конкурс комиссияһы ағзаһы, мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов.

Еңеүселәр:

  • «Әлифба: һандар һәм ваҡыт» йәнһүрәттәр сериалы, ул 3-7 йәшкә тиклемге балаларҙы башҡорт теленә өйрәтә.
  • балалар учреждениеларында, шул иҫәптән етем балалар өсөн тәғәйенләнгән «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» нәфис фильмы. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса балалар йортонда тәрбиәләнгән үҫмерҙәрҙең драматик тарихы.
  • «Бер яндан осҡан уҡтар» нәфис фильмы реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә бара.

Беренсе фильмдар 2025 йылдың 1 декабрендә сыға. Конкурс еңеүселәре менән грантыглава102.рф сайтында танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-10/stali-izvestny-pobediteli-konkursa-grantov-glavy-bashkirii-v-sfere-kinematografii-3962800

Автор:По материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: