Башҡортостандың Шишмә районы Йәрми ауылында «Агроауыл» туристик кластерын төҙөү планлаштырыла. Инвестор уның макетын Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2024» агросәнәғәт күргәҙмәһендә республика стендында тәҡдим итте.
Республика хөкүмәте Петербург иҡтисади форумында «Таврос» идара итеү компанияһы менән проектты тормошҡа ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Уның хаҡы 850 миллион һумға баһалана, был – федераль, төбәк, урындағы бюджеттарҙың һәм инвесторҙың дөйөм аҡсаһы.
Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе этапта уртаса майҙаны 72 квадрат метрлыҡ 100 шәхси йорт, шулай уҡ инженер селтәрҙәре – газ үткәргес, электр тәьминәте, юлдар һәм тротуарҙар төҙөү планлаштырыла. Агроауыл проекты «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.