Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь , 10:06

Радик Юлъяҡшинға ни булған?

Яңы ғына унан 100 миллион һум талап итәләр ине. Әле йырсы дауаханаға эләккән.

Радик Юлъяҡшинға ни булған?
Радик Юлъяҡшинға ни булған?

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) үҙенең социаль селтәрҙәргә һалған видеояҙмаһында дауаханаға эләгеүе хаҡында хәбәр итә.

"Мин тулы чек-ап үтергә, йәғни комлекслы анализдарҙы тапшырырға булдым. Йыл һайын тикшереү үтергә, баштан-аяҡ анализдар тапшырырға ҡарар иттем. Организмда бер ниндәй ҙә ауырыу булмаһын өсөн барыһын да тикшерәсәкмен. Әйткәндәй, бер аҙ һыуыҡ тейгән, тамағым да шешкән", — тигән йырсы.

Шулай уҡ Элвин Грей һәр кемгә үҙ һаулыҡтарына иғтибарлы булырға кәңәш иткән, бигерәк тә "һауа торошоноң алдатҡыс мәлендә". Ни тиһәң дә һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ шул.

Яңыраҡ ул Вәсилә Фәттәхованың "Тыуған яҡ" йырын башҡарғаны өсөн авторҙарҙың 100 миллион һум талап итеүҙәрен белдергәйне. Әллә шул сәбәпле йырсы нервы сиренә юлыҡтымы тигәйнек тә...

Фото: Элвин Грейҙың шәхси сәхифәһенән

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: