Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь , 09:53

Уҙған тәүлектә мутлашыусыларҙы өс миллион һумдан ашыу аҡсаға байытҡандар

Мәҫәлән, Өфөнән 36 йәшлек ир акцияларға инвестициялау аша "өҫтәмә табыш" вәғәҙәһенә ышанып, 540 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Уҙған тәүлектә мутлашыусыларҙы өс миллион һумдан ашыу аҡсаға байытҡандар
Уҙған тәүлектә мутлашыусыларҙы өс миллион һумдан ашыу аҡсаға байытҡандар

Ҡалтасы районында йәшәгән 54 йәшлек мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрен аферистар 900 мең һумлыҡ кредит алырға һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндергән.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! Еңел эш хаҡы вәғәҙәһенә ышанмағыҙ! Социаль селтәрҙәрҙә аралашыуҙа һаҡ булығыҙ һәм шикле һылтанмаларға баҫмағыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242

Автор:По материалам ИА "Йәшлек"
Читайте нас: