Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь , 10:35

Ылау Хикәйә

Юҡ, тегеләр ишетергә лә теләмәне, имеш, йолаһы шулай: бер стакан тотмайынса ҡоҙаларҙы ҡапҡанан үткәрмәйҙәр.

Ылау Хикәйә
Ылау Хикәйә

Ҡыҙҙары Сәлимәне кәләшлеккә килеп әйттергәс, әсәһе ҡаушап ҡалды. Инде ҡул араһына инеп, ҡустыларын ҡарашып, өй эштәрен үҙ елкәһенә алған ҡыҙ баланы.
– Атаһы ҡыҙыбыҙҙың әле 17-һе яңы тулды, бала ғына бит, ҡыҙғанмай, иллегә етеп килгән тол иргә нисек тоттороп ебәрмәк кәрәк? Төптән уйлап ҡарағанда, үҙең менән йәштәш тә баһа, – тине Саҙиҡа балта һабы юнып ултырған иренә ҡарап. Бигерәк ҡаты күңелле шул Ишмораты. Бәләкәйҙән ата-әсәһе наҙын алып еткермәй, үкһеҙ етем үҫкәнгәме. Үҙе һөйләүенсә, күрше-күләне астан үлтермәгән баланы. Йортта тик уның ғына һүҙе һүҙ. Алдына сыҡтыңмы, бәрә лә һуға. Был юлы ла Саҙиҡа ире менән һүҙ көрәштереүҙе буш ҡыуыҡҡа ғына һананы. Киске табынға ултырғанда ғына ире:
– Һин нишләп һаман үҙеңдекен тылҡый­һың, әллә башҡа эшең юҡмы шул? Һин миңә нисә йәштә кейәүгә сыҡҡаныңды оноттоңмо, әйтһәм, кеше ышанмаҫ! Ир-ир инде, нисә йәштә булһа ла! Йәшәргә донъяһы, малы бар – тағы ни кәрәк һиңә? Танауы аҫтында маңҡаһы ла кипмәгән, кеҫәһен ҡулына тығып, уйнап йөрөгән малай-шалай­ға тоттороп ебәрмәксеһеңме?! – тип, алдында ултырған тәрилкәһен әйләндереп тә ебәрҙе. – Тораһың шунда әпититте боҙоп!
Ир ашын да ашамай, урынынан һикереп тороп китте. Ҡатын иренең артынан йүгереп сығып, әйткән һүҙҙәре өсөн ғәфү үтенергә уйлағайны ла, уны нимәлер туҡтатты. Эй, йөрәге аҫтындағы тыуасаҡ сабыйы бит. Бөгөн бишенсе ай. Ишмораты тороп киткән урынға ултырып, ике ҡулы менән ҡорһағын ҡосаҡлап яратып алды:
– И-и, сабыйымды, һин дә һиҙеп, тыңлап ятаһыңдыр, улым. Әллә ҡыҙыммы? Ин­шалла, кем булһа ла ағзалары теүәл булып тыуһын инде. Эй, нишләп иҫем китеп ултырам әле, Сәлимәгә еңгәй эҙләргә кәрәк тә баһа! – Ултырған урынынан ҡорһағын ҡо­саҡ­лаған килеш саҡ тороп китте ҡатын. Өҫтөнә еңелсә генә кейенде лә, тәүҙә Әҡлимә әбейенә кәңәшкә йүгерҙе.
Ноябрь, көҙҙөң һуңғы айы һыуыҡ, аяҡ аҫты көҙгөләй ялтырап ята. Боронғолар әйтмешләй, көҙ көҙгөләй ялтырап ятһа ла ышанма, тайып йығылып ятыуың да бар. Өйҙөң ишеген асып ингәнсе, тыштағы һыуыҡ үҙенән алда түргә ҡунаҡланы. Өшәләктәй генә бер бүлмәле өй булғас, тиҙ һыуына. Ҡарсыҡ шул арала, тирә-яғына төкөрөнөп, белгән доғаларын уҡый һалды.
– Йәһәтерәк ин, балам, тупһаға эләгеп тәгәрәп ҡуйма, – тип ҡатын ингән ишекте үҙе япты. – Күптән күренгәнең юҡ, бөтөп, ябығып киткәнһең. Эсеңдәге балаң да яҡты донъяны тиҙерәк күрергә ҡабалана, һаҡланыбыраҡ йөрө, ғүмере бик ҡыҫҡа булмаҡсы, – тип ауыҙ эсенән мөңгөрләне.
– Инәй, нимә тип һөйләнәһең?
Әҡлимә ҡарсыҡ ишетмәмеш булып, һүҙҙе икенсегә борҙо:
– Иреңдең әйткәненә ҡаршы төшмә. Ир – баш, ҡатын – муйын, тигәндәй, бер ни ҙә ҡыла алмайһың. Барыбер уның һүҙе – һүҙ, балаңдың сәсе ул кешегә күптән бәйләнгән. Аллаһы Тәғәлә уларҙы йәрәштергән инде, аҙағы ғына матур бөтһөн! Еңгәгә тимен, теге Исмәғилдең ҡатыны Рәфилә килен бик тамам булыр. Телгә лә, эшкә лә, димсегә лә булдыра торған ҡатын. Унан һуң, ҡул арты ла еңел, тотторған бикәстәренең барыһы ла бына тигән итеп донъя көтә. Итәк тултырып бала ла табалар, иренә лә ярай беләләр. Юҡҡа күҙ йәшеңде түкмә, ата-бабаларыбыҙҙан килгән йола. Күрмәйһеңме әбейеңде, 16 йәшемдән килен булып төшөп, ун биш балаға ғүмер биргән кешемен. Хоҙайыма шөкөр, бабайым бер әйләнеп ятһын, бер генә лә ауыр һүҙ әйтмәне. Һуғышта ете йыл йөрөп, унан һуң ҡара эштә йөрөнө. Балаларҙы бағырға ла ярҙам итте. Бөгөн үлһәм дә үкенмәйем, теге донъяла мине вафат балаларым, фәрештәләр булып, ҡанаттарын йәйеп, көтөп тора, – аҙаҡҡы һүҙҙәрен әйткәндә, ҡыҫынҡы күҙҙәренән нур сағылып киткәндәй булды. – Ә һин, килен, ҡорһағыңдағы балаңды һаҡла. Малай булмаҡсы, тибешенә ҡарағанда бик көслө. Ярар, ҡайт ирең янына, ял ит, Рәфилә килен менән үҙем һөйләшермен, – тип Әҡлимә ҡарсыҡ уны оҙатып ҡалды.
“Ҡара һин уны, әллә кешене үтәнән-үтә күрә инде?” – тип уйлана-уйлана ҡатын ҡайтыр юлға сыҡты. Шулай ҙа Саҙиҡаның күңеле тыныс ине: әбей бер эштән ҡотҡарҙы. Инде ҡалғаны үҙҙәренән тора. Нишләптер кейәү яғы туйҙы ғинуар айына, яңы йылдан һуңға ҡалдырҙы. Сәлимә ҡарап тороуға үтә ябыҡ, аяҡ-ҡулы ла нәҙек кенә. Тыуғанда уҡ насар ине, ана-бына үлә, тип ҡурҡып ҡына торҙолар. Ауыр эш бик эшләмәнем, тиһә лә, Саҙиҡа килен булып төшкәс, башҡа һауынсылар менән бер рәттән фермаға йөрөнө. Мөлдөрәмә тулы һөт һалынған утыҙ ҡаҙаҡлы күнәктәрҙе күтәрергә лә тура килде. Сибек булғанғамы, Сәлимә уҡыуын да бик ыратманы. Шуға ла өйҙәгеләр, артабан белем алыу­ҙың файҙаһы юҡ, тип бер ҡарарға килде: “Ана, лутсы бәләкәстәрҙе ҡарашып, өйҙә ярҙам итһен. Ҡыҙ бала тормош көтөп, ирен, балаларын бағырға өйрәнһен. Кейәүгә сыҡҡанда ла бит йыртырлыҡ булмаҫ!”
Саҙиҡа бер көн ауырып китте, һалҡын алдырҙы шикелле. Көнө буйы түшәктән тормай һыҙланып ятты. Тороп баҫайым тиһә, аяҡтары ебәрмәй аптыранды. Инде генә күҙен йомһа, шыбыр тиргә батып уянды. Ярай янында ҡыҙы бар, өлтөрәп йөрөй. Әйтерһең, инә ҡаҙ янындағы суҡышын һуҙып йөрөүсе бәпкә. Эш менән булышыуын ҡатын ятҡан еренән барыһын да күрә. Сәлимәне янына саҡырып, хәлһеҙ ҡулдары менән оҙон толомо өҫтөнән йөрөтөп, ап-аҡ бәләкәс кенә битенән яратты:
– Эй, балам, һин китһәң мин нишләрмен икән? Ҡыҙһыҙ ике ҡулһыҙ тороп ҡалам бит. Йә Раббым, баламдың бәхетен, ғүмерен, һаулығын ғына бир инде!
Ҡыҙы бер аҙ өндәшмәй ултырғас:
– Әсәй, элекке заман үткән бит инде димләп бирергә! Нимәгә шулай ҡабаланырға? Уны ике генә күрҙем, шулай ҙа аңланым: миңә тиң түгел бит ул. Әллә мине артыҡ күрәһегеҙ инде был өйҙә. Үткән ауырығаныңда, ҡарт ҡыҙ булһам булам, әммә һине, ҡустыларымды, атайымды ташлап, ситкә китмәйем, тип үҙемә әйтеү әйткәйнем. Әйткән әйтеүҙе үтәргә кәрәк, атыу гонаһ була, – тип, яйлап урынан торҙо ла, әсәһенең өҫтөндәге юрғанын рәтләне. Әле генә ҡара болотло күк йөҙөндәй битен нурландырып, ҡояштай йылмайҙы. – Һеҙ хәҙер икәү, әсәй, ауырымаҫҡа тейешһегеҙ. Әҡлимә әбей алып килгән үлән сәйе бик файҙалы, ти бит, хәҙер эсерәм. Бына ҡарап торорһоғоҙ, иртәгә үк йүгереп китәсәкһең!
Саҙиҡа ҡыҙының күңел йыуатҡыс һүҙҙәренән дә, борсолоуынан да күңеле тулды. Илап ебәрмәйем, тип саҡ-саҡ үҙен тыйып ятты. Шул арала тупырлашып тышҡа уйнар­ға сыҡҡан өс малайы ҡайтып инде. Һыу­ланғандар, ҡулдарындағы бейәләйҙәре һығып алмалы булған. Береһе ингәс тә иҙәнгә тайып йығылып китте. Апалары йүгереп барып, ҡустыларының кейемен алмаштырҙы, тамаҡтарын туйҙырып, аяҡ-ҡулдарын йылы һыу менән ыуып, юрғанға бөркәндереп һалып та ҡуйҙы.
Яйлап туй була торған көндәр ҙә яҡынлашты. Сабый тыуыр ваҡыт етеңкерәмәй, һанап ҡарағанда әле ике ай ваҡыты бар. Саҙиҡа туй мәшәҡәте менән йөрөп, тамам хәлдән тайҙы. Шуғалырмы, төндә биленән түҙмәй ауырып китте. Дүрт балаһын да өйҙә тапҡан ҡатын был юлы ла: “Никакуй балнис”, – тигән һүҙендә торҙо, ярҙамға Әҡлимә әбейҙе саҡыртты. Кендек инәһе барыһын да әҙерләп ҡуйғайны, сабый тыуғас, артына һуғып ҡысҡыртты. Ҡалын тауышлы малай­ҙың ауазы бөтә өй эсен яңғыратты. Сабый ваҡытынан алда тыуһа ла, ҡәҙимге итлән, кәүҙәле генә ине. Әбей: “Төптө атаһы, Ишморат булмаҫ! Тфү-тфү, ғүмерле, бәхетле бала булһын”, – тип, теләй-теләй, аҡ биләүгә биләп, баланы әсәһе янына алып һалды. Шул арала Сәлимә әсәһенә һары май һалынған ҡоротто һыулап килтерҙе лә, ҡустыһына бер аҙ һоҡланып ҡарап торҙо. Кендек инәһе атай булған кешегә сығып ҡысҡырҙы:
– Һөйөнсө, Ишморат, кинйә малайың тыуҙы, инеп күр!
– Һөйөнсөгә күлдәк менән кешмир яулыҡ, инәй! – тигән булды уныһы.
Ҡаҙанға яғып, һарыҡ итенән аш һалып ебәргәс, өй эсе тағы ла күркәмерәк булып китте. Бергәләп ултырып аш ашап, самауыр сәйе эскәс, малайҙар уйынға әүрәне. Сәлимә һауыт-һабаны йыйырға тотондо. Ҡайтырға йыйынған Әҡлимә әбей:
– Балалар, туйҙы сабыйҙың ҡырҡы сыҡмайынса үткәрмәй тороғоҙ. Ни тиһәң дә, селлә ваҡыты бит. Элек, селлә үтмәйенсә ҡыҙ бирмә, килен алма, тигәндәр. Бәләкәй бала менән Саҙиҡа киленгә лә ауыр булыр, – тип һүҙ башлағайны ғына, Ишморат һөйләп бөтөрөргә ирек бирмәне:
– Ярар, уныһын үҙем дә беләм! Әммә селләнең бөткәнен көтөп тора алмайым, кейәү балаҡай ҡабаландыра. Һыйырҙар быҙаулай башланы, ҡатын -ҡыҙ ҡулы кәрәк, ти.
– Быға тиклем үҙ донъяһын үҙе көткән бит инде, тағы ике ай ғына көтөр. Сабыйҙы ҡурсалайым мин, сеп-сей баланы нисек оҙон юлға йөрөтмәк кәрәк? Килен дә йүнле-башлы һауығып етмәйәсәк! – Тик ирҙең тыңламауын күреп, һулаҡай ҡулын һелтәне. Йәнәһе, һинең менән һүҙ көрәштерергә ваҡытым юҡ.
Барыһы ла ир әйткәнсә булды. Бер нисә көн үткәс, аттарға тейәлеп, ылау-ылау ҡоҙалар килде. Ярай, тыуған-тыумасалар ярҙам итергә йүгерешеп тора, Саҙиҡаға артыҡ мәшәҡәт булманы. Ҡыҙ яғында уйнап-көлөп, ашап-эсеп ҡунаҡ булғас, өс көндән килен төшөрөргә һөйләшеп, ҡоҙаларын үҙҙәре яғына саҡырып, ҡунаҡтар ҡайтып китте.
Селлә селлә инде, көндәр бигерәк һыуытып китте. Ҡыҙ оҙатырға Әҡлимә әбей ҙә килде. Бүләктәрен тапшырып, изге теләктәрен әйтеп, юл доғаһын уҡыны. Юлға сыҡҡанда ел үтмәһен өсөн сабыйҙы ат санаһына ҡалын юрғанға төрөп, өҫтөнән ҡатлап толоп ябып һалдылар. Ара алыҫ ҡына, ат еле яман икән, битте семетеп кенә ала. Саҙиҡа ипләп кенә, сабыйының тын алышын тыңланы. Уныһы мыш-мыш килеп йоҡлауын белә. “Ярар инде, был яғына асмайым, һалҡын тейеп ҡуйыр, тип ҡатын башҡа мәшәҡәтләнмәне. Ҡоҙалар уларҙы сыулашып ҡаршы алды. Кемеһе бейей, кемеһе йырлай, күренеп тора – ҡыҙып алғандар. Киленде мендәргә баҫтырып, бал-май ҡаптырғас, кейәү күтәреп өйгә алып инеп китте. Ҡоҙаларҙы ҡапҡанан индереш юҡ, бер стакан тотмайынса. Саҙиҡа сабыйын юрғанға төргән килеш эскә үтергә тырышты:
– Мине индерегеҙ инде, баланы имеҙергә кәрәк бит!
Юҡ, тегеләр ишетергә лә теләмәне, имеш, йолаһы шулай: бер стакан тотмайынса ҡоҙаларҙы ҡапҡанан үткәрмәйҙәр. Көскә инеп китә алды ҡатын. Балаһын имеҙеп, әҙерәк тынысланғас ҡына табын артына килеп ултырҙы ул.
Ике көн йоҡлап, өсөнсө көн саҡ ҡайтырға сыҡты ҡоҙалар. Төш ауыуға һин дә мин торған көн кискә табан боҙолоп китмәһенме! Күҙ асҡыһыҙ көслө буран сыҡты. “Йә, Хоҙайым, ҡыҙымдың әйткән әйтеүен боҙған өсөн беҙҙең күҙебеҙҙе томалап, юлдарҙы ҡаплап язаһын бирмәксеме?!” – тип ҡурҡынды әсә кеше. Ҡара төндә саҡ ҡайтып етте ҡоҙалар­ҙың ылауы. Саҙиҡа тиҙ генә сананан төштө лә, сабыйын ҡосаҡлап өйгә йүгерҙе. Кейемен дә һалып тормайынса, балаһының юрғанын систе лә, ыңғайына үкһеп илап та ебәрҙе. Сабый йәнһеҙ, тәне һыуынғайны инде. Уның өҙгөләнеп ҡысҡырыуына тыштағылар йүгерешеп өйгә инде.
Сабыйҙы бер төн һаҡлағандан һуң, иртәгәһен ҡояш сығыу менән йолаһын үтәп ерләнеләр. Әҡлимә әбей генә, әллә йыуатты, әллә әрләне.
– Хоҙайҙың ҡөҙрәте, балалар, кемде алһа ла. Ҡысҡыр йә ер тырна – әҙәм балаһы көсһөҙ. Күрәһең, кемегеҙҙеңдер Аллаһы Тәғәлә алдында гонаһы булған. Шуға ла ғибрәт булһын тип, сабыйығыҙҙың ҡырҡ көнөн дә тултырмай, теге донъяға фәрештә итеп алғандыр, – тине.

Гөлзифа.

  Фото: 2-kartinki.ru  

Автор:По материалам ИА "Шоңҡар"
Читайте нас: