Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 10:00

"Мин бындайҙы күргәнем юҡ ине"

ти Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры Екатерина Журавлева.

"Мин бындайҙы күргәнем юҡ ине"
"Мин бындайҙы күргәнем юҡ ине"

Рәсәй НТР буйынса комиссияның Ғилми-техник советының ғилми секретары, ЭФКО дәүләт комитетының фән буйынса директорҙар советы рәйесе кәңәшсеһе, «Агросәнәғәт комплексында инновацион ҡарарҙар» ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры Екатерина Журавлева Өфөлә фәнни-популяр лекция уҡыны һәм Башҡортостандың инновацион потенциалы менән танышты. Сәфәр сиктәрендә ул Башҡорт аграр университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университеты, шулай уҡ кампус нигеҙендәге Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияларында булды.

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусы бик шәп! Мин ундайҙы башҡа төбәктәрҙә күрмәнем. Мине кампустың фәнни-белем биреү үҙәге менән бәйле булыуы бик ҡыуандырҙы. Был аралашыу сығанағы ғына түгел, ә тотош экосистема. Бында матур һәм уңайлы, шәп ҡорамалдар һатып алынған – һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, - тип билдәләне Екатерина Журавлева.

Екатерина Васильевна шулай уҡ Өфөләге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендәге лекторий майҙансығында сығыш яһаны. Ул тыңлаусыларға агробиология өлкәһендәге "киләсәк һөнәрҙәре", заманса ауыл хужалығын үҫтереүҙең донъя трендтары, алдынғы технологиялар һәм Рәсәй ғалимдарының был тармаҡтағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.

Проект ғәмәлдә булған осорҙа был майҙансыҡта 30-ҙан ашыу ғалим сығыш яһаған, 7,5 меңдән ашыу кеше көндөҙгө форматта тыңлаған, 56,5 мең ҡатнашыусы онлайн ҡушылған.

 Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/25139/  

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: