Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 12:00

Төп спорт форумының хәүефһеҙлеге

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтә яуаплы ведомстволарға Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын үткәреүгә сифатлы әҙерлек үткәрергә ҡушты. Был осорҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мөһим, уға ҙур иғтибар биреләсәк.

Төп спорт форумының хәүефһеҙлеге
Төп спорт форумының хәүефһеҙлеге

Хоҡуҡ һаҡлау органдары терроризм акты тураһында ялған хәбәр өсөн (РФ Енәйәт кодексының 207-се статьяһы) 200 000 һумдан штраф һәм 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралғанын иҫкә төшөрә.

Әлеге ваҡытта полицияға телефон «шаяртыусыларын " асыҡлау ауыр түгел.

Бынан тыш, пилотһыҙ һауа судноларын, квадрокоптерҙарҙы һәм башҡа дрондарҙы рөхсәтһеҙ ҡулланыу ярамай.

Саралар уҙғарылған көндәрҙә ҡаланың ҡайһы бер урамдарында, шул иҫәптән юл хәрәкәтенә сикләүҙәр индереләсәк. Был хаҡта һуңыраҡ хәбәр ителәсәк.

 

Автор:По материалам ИА "Йәшлек"
Читайте нас: