Өфө ҡалаһы буйынса 3-сө полиция бүлегенә 41 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ғариза биреүсе өҫтәмә аҡса эшләргә тырышып, мутлашыусыларҙың хәйләһенә эләккәне тураһында һөйләй. Интернет селтәрендә ҡатын ылыҡтырғыс иғланға тап була һәм заявка ҡалдыра. Уның менән ялған трейдерҙар бәйләнешкә сыға, "инвестиция иҫәбе"н асырға ярҙам итә һәм кредит алырға күндерә. Яманлыҡ ҡылыусыларға ышанып, ҡатын 3 миллион һумдан ашыу кредит ала һәм ике ай дауамында уларҙы мутлашыусыларҙың иҫәбенә ебәрә.
Туймазы районынан 25 йәшлек егеткә муттар шылтыратып, "МТС" хеҙмәттәре менән килешеүҙе оҙайтырға кәрәклеге тураһында хәбәр итә, сөнки, йәнәһе лә, элекке килешеүҙең ваҡыты тамамлана. Егет уларға телефонына килгән смс-кодтарҙы әйтә һәм енәйәтселәр зыян күреүсенең шәхси мәғлүмәттәренә эйә була. Бер аҙҙан ялған "банк хеҙмәткәре" шылтырата һәм егеттең исеменән аферистарҙың аҡса алырға маташыуҙары хаҡында иҫкәртеп, үҙенә кредит алырға, аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә. Күрһәтмәләрҙе үтәп, егет 2 миллион һумдан ашыу суммаға кредит ала һәм уларҙы енәйәтселәргә күсерә.
Ҡандранан 52 йәшлек ҡатынға "Мегафон" компанияһы хеҙмәткәрҙәре булып танышҡан билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, хеҙмәт килешеүенең ваҡыты тамамланыуы тураһында хәбәр итә һәм уны оҙайтырға тәҡдим итә. Мутлашыусы ҡатынға килешеү төҙөүҙә ярҙам итеү өсөн мобиль ҡоролманың экранын күрһәтеү функцияһын ҡуйҙыра. Телефонға ситтән инеү мөмкинлеген биргәндән һуң, ауыл кешеһе ялған хеҙмәткәрҙең уның исеменә кредит алырға маташыуын күрә. Иғтибарлы ҡатын мутлашыусылар менән аралашыуын аңлап, улар менән һөйләшеүҙе өҙгән һәм 990 мең һум күләмендә сумманы һаҡлап ҡалған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Полиция хеҙмәткәренән, банктан йәки кеҫә телефоны компанияһынан шылтыратыу булһа, һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Социаль селтәрҙәрҙә аралашыуҙа һаҡ булығыҙ. Шикле һылтанмаларҙан һәм тикшерелмәгән сайттарҙан һаҡланығыҙ. Уяу булығыҙ, мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләкмәгеҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.