Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 16:31

Һөйөү урынына – кредиттар һаҙлығы

йәки Муттарҙан алданыусыларҙы «һиңмай» тип һанаған ҡатындың улар тоҙағына эләккәне

Һөйөү урынына – кредиттар һаҙлығы
Һөйөү урынына – кредиттар һаҙлығы

– Муттарҙан алданыусылар – һиңмайҙарҙың һиңмайы! – 36 йәшлек Фәйрүзә* ҡәтғи, хатта бер аҙ тупаҫыраҡ та кеше, һүҙҙәрҙе һайлап тормай, нимә уйлай, шуны әйтә лә ҡуя. – Башында аҡылы булған кеше әллә кемдәрҙең алдағына ышана торғаны бармы? Әҙерәк баштарын эшләтһәләр була инде. Тамсы ла йәлләмәйем асығауыҙҙарҙы. 
– Ябай кешеләр миллиондарса һумлыҡ кредит һаҙлығына бата, фатирҙарынан яҙа – йәл бит, – тим.
– Бер ҙә йәл түгел! Башҡа хәсрәтең юҡ икән, алйоттарҙы йәлләп ултырма! Үҙҙәре ғәйепле!

Ә мин, мутлашыусы­лар­ҙың тоҙағына ҡа­бып, күтәрә ал­маҫ­лыҡ кредиттарға башын   тыҡҡан, мөлкәтен юғалтҡан, шантаждан ҡурҡып, йә, шарттарын үтәһәм, аҡсамды кире ҡайтарырҙар, тип өмөтләнеп, енәйәтселәр талап иткән төрлө алама ғәмәлде ҡылырға мәж­бүр булған кешеләрҙе ихлас күңелдән йәлләйем. Уларҙың да күпмелер кимәлдә ғәйебе булғанын аңлайым (артыҡ ышаныусанлыҡта, мәҫәлән), әммә төп ғәйеп – енәйәт­се­ләрҙә бит. Йәмғиәттә элек–элек­тән енәйәтсене хөкөм итеү урынына, уға аҡлау эҙ­ләйҙәр һәм, ҡорбан булған кеше үҙе ғәйепле, тип раҫ­лайҙар: 
– Ҡыҙҙы көсләгәндәрме? – Ҡыҫҡа итәк кейеп, ботон ялтыратып йөрөмәҫкә ине! 
– Ире ҡатынын туҡма­ған­мы? – Телен тыймаған инде! 
– Егетте урамда талаған­дар­мы? – Йөрөмәһен төндә! 
– Әбей аяғын һындырып ята­мы? – Йәш кеше түгел, аяҡ аҫ­тын ҡарап йөрөр кәрәк ине!
– Муттарҙан алданғанмы? – Уға шул кәрәк, әҙерәк аҡыл ултырыр!
Һәр кем үҙен, башҡаларға ҡарағанда күпкә аҡыллы­раҡ­мын, тип иҫәпләй, үҙенең кө­сөн, һәләтен юғары баһаларға әүәҫ: “Мин ундай тырмаға бер ҡасан да баҫмаясаҡмын”, “Кем-кем, ә мин һис ҡасан хаталанмаясаҡмын, алдан­маясаҡ­мын!” Ә тормошта төр­лө хәл була, уйламағанда, көт­мәгәндә үрҙән кемдеңдер, маҡтанма әле, үтә ҡупырайма, ахымсылама, тигәндәй, бә­кәлгә килтереп һуғыуы ла ихтимал. Фәйрүзә менән дә шулайыраҡ килеп сыҡты, үкенескә күрә. 
Үрҙә бәйән ителгән һөй­ләшеүҙән һуң байтаҡ ваҡыт үтеп, ул турала онотоп та бөткәйнем, уртаҡ таныштар, Фәйрүзә оло бәләгә тарыған, ишеттеңме, тип һорап, иҫләтте:
– Аферистарға ышанып, әллә нисәмә банктан кредит,    өҫтө-өҫтөнә микрозайм алған. Бурыстарын ваҡытында ҡаплай алмай, хәҙер бихисап коллектор шылтыратып, яҙып ҡаң­ғырта, ти уны, туғандарын да бимазалайҙар икән...
Ҡапыл-ғара ни әйтергә лә белмәй, юғалып ҡалдым. Кемдең-кемдең, ә бар нәмәгә, осраған һәр кемгә шикләнеп ҡараған, үлсәмәйенсә бер аҙы­мын да яһамаған Фәйрүзәнең енәйәтселәр ҡапҡанына элә­геүе башҡа һыйманы. Ул хатта йәйге бер күлдәкте, ҡыш­ҡы­лыҡҡа бик кәрәк итекте һатып алғансы  ҡырҡ уйлай. Аҡсаһын хәтәр ҡыҫып тота, һығып алырлыҡ түгел! Уның менән магазинға барһаң, йәнең сыға яҙа – һайлана ла һайлана, йөрөй ҙә йөрөй, шиктәре менән үҙәккә үтә. Һәм ошо Фәйрүзә муттарҙың ауына ҡапҡан?! Хәлен һорашып, нин­дәй ярҙам кәрәклеген белешеп, йәһәтләп уға мес­сенджерҙан яҙып ебәр­ҙем. Уҡы­ғаны беленде, әммә яуап яҙманы. Кисен үҙе видео аша шылтыратты. Күп илауҙан шешенеп бөткән, күҙ аҫтары ҡа­райған, бөлгән ҡиәфәтле ҡа­тын мин белгән эре холоҡло Фәйрүзәгә оҡшамағайны. Баяғы мин тамыҙғыста ята инем, һөйләшерлек рәт булманы, тип хәл-әхүәлен һөйләй ҙә башланы, үкереп илап та ебәрҙе:
 – Аҫылынып үлергә генә ҡалды! 
– Улай тимә, Фәйрүзә!
– Башҡынамды ташҡа бә­рерлек! Уф-ф, Аллам, нисек кенә ҡотолормон икән был бәләнән?! Ҡайҙан ғына, ниңә генә таныштым икән ул ир менән! 
Саҡ тыныслан­дырғас, Фәй­рүзә, уфтана-уфтана, алданыу тарихына күсте: 
– Барыһы ла шаҡ ҡата, нисек ундай хәлгә ҡалдың, тип. Ә мине гипнозланылар! Гипноз апрель айында бер ир менән танышыуҙан башланды. 
Әллә яҙҙың шауҡымы булды, әллә гормондар быға сәбәпле, бер кисте, йөрәгем тыныс­һыҙланып, оҙаҡ йоҡлай алмай борһаланып яттым. Йәш, көс­лө сағым заяға үтә, тип үҙемде үҙем йәлләп. 
Яңғыҙлыҡ үҙәккә үтә икән ул. Дәрт күп, әле ул тиклем ҡарт та түгелмен, ҡарайым,  тиһәләр – ҡарарлыҡ ерем бар. Яратҡы, яратылғы килә. Ир үлгәндән һуң етерлек ваҡыт үтеп китте. Ни эштә, шаяртып һүҙ ҡушып булһа ла, күңел асырлыҡ көслө зат юҡ – коллективта өйләнгән дүрт-биш ирҙе һанамағанда, гел ҡатын-ҡыҙҙар. Ҡатындарҙың күбеһе йә айырылышҡан, йә  кейәүгә сыҡмаған. Эш буйынса берәй ир килеп инһә, минең ке­үектәргә ҡарамай, тик йәш ҡыҙҙар иғтибар үҙәгендә.
ята торғас, телефондан “Бәй­ләнешкә” инеп, төрлө нәмәләр ҡарап ятам. Һәм ҡапыл бер хәбәр килде. Ир кешенән. 
“Сәләм! Нишләп йоҡ­ламайһың?” – тип яҙған. 
Тиҙ генә сәхифәһенә күҙ һал­дым. Аватаркала – мускулдары ташып торған, ҡара күҙлек кейгән ирҙең фотоһы. Тренажер залында төшкәне күренеп тора. Сәхифәһендә артыҡ бер ни ҙә юҡ, ҡыйбатлы машиналарҙың фотолары ла тәбиғәт күренештәре генә бар. Фотоларҙы ҡуйыу ваҡытына ҡарағанда, ул сайтта яңыраҡ ҡына теркәлгән. Тыуыу датаһы уның минән алты йәшкә ке­серәк, тыуған көнө августа булыуын күрһәтә. Ҡала тигәндә “Лондон” тип яҙылған. Исем-шәрифе сит телдә яҙылған, ә миңә русса яҙасы, тип аптыраным. 
Ир яңынан хәбәр ебәрҙе, асҡайным – һорауҙар ғына ҡу­йылған, йәнәһе лә, ниңә яуап­ламайһың. 
“Сәләм. Йоҡлап булмай”, – тип яҙҙым. 
“Мин дә йоҡлай алмайым... Эсем боша...” – ти. 
“Нимәгә эсең боша һуң?” – тип һорайым. 
“Әллә... Ностальгия, буғай. Үҙем бында, Лондонда, ә кү­ңелем тыуған яҡта... Мин бит Мәскәү янындағы бәләкәй ҡалала тыуып-үҫтем. Һағын­дым тәпәй йүгереп йөрөгән ерҙәрҙе. Ә һин ҡайҙан?” – илаған да, йөҙө ҡыҙарған да йылмайсыҡтар. 
“Мин ситкә китмәнем, тыу­ған ерҙә ҡалдым”, – тим. 
“О, һин бәхетле! Бик бәхетле кеше! Әйткәндәй, һинең исе­мең нимәне аңлата, ниндәй телдә? Мин бында күптәнән Тониға әйләнһәм дә, ысын исемем Антон минең. Таны­шыуыбыҙға бик шатмын!” – йөрәк йылмайсығы. 
Ана шулайтып танышып, ара­лаша башланыҡ. Көн һайын миңә хәйерле иртә, уңышлы көн, тыныс төн теләй, йөрәк, үбеү, сәскә йылмайсыҡтарын ебәрә, үҙенең тормошо ха­ҡында һөйләй, минеке менән ҡыҙыҡһына. Автооҫтаханалар хужаһы икән. Ул йә тренажер залында шөғөлләнә, йә дуҫ­тары менән кафела ҡәһүә эсә, йә төрлө илгә ҡыҫҡа сәйәхәткә юллана. “Ун йыл һөрөлөп эш­ләп, бизнесты яйға һалып алғас, хәҙер көйлө автомат кеүек эшләй, иң мөһиме, шәп менеджер табырға кәрәк, был йәһәттән мин уңдым. Бынан тыш, өҫтәмә килем сығанағы ла бар, ҡыҙыҡһындырһа, һиңә һөй­ләй алам!” – тигән Тони үҙен күрһәтмәй, ҡайҙа йөрөгәнен раҫлаған фотолар ғына ебәрә. 
Аҙна тирәһе аралашҡандан һуң, ул, мин бында аккаунтты юям, төрлө кеше яҙып, ва­ҡытты күп ала, әйҙә, мес­сенджерға күсәйек, миңә һи­нең менән аралашыуы ныҡ оҡшай, күптәнге таныштар кеүекбеҙ, ошоғаса бер кем менән дә ундай хис-тойғо кисергәнем юҡ ине, юғалт­майыҡ бер-беребеҙҙе, тип  телеграмға саҡырҙы. Ысынлап та, “Бәйләнештә” аккаунты юғал­ды, аралашыуҙы мес­сен­джерҙа дауам иттек. Ул миңә үҙенең ярым шәрә селфи фотоларын һалды, мин – уға (хәҙер быны йәшереүҙән файҙа юҡ), гел дә киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә шылтыратты, тауышы менән арбаны. Китте ҡыҙып серләшеүҙәр... 
– Һылыуым, яхтала йөрө­гәнең бармы?! – күңелемде яулаған Антондан шундай хәбәр алғас, көлдөм: 
– Ҡайҙан... Киноларҙа һәм һүрәттәрҙә генә күргәнем бар.
– Мин һине яхтала йөрө­тәсәкмен! Мин һиңә бар донъяны күрһәтәсәкмен: Европа, Индонезия утрауҙары, Америка, Австралия – гүзәл ерҙәр ифрат күп! Һалҡындар ҡур­ҡытмаһа, Арктикаға круиз­ға билеттар һатып алам икебеҙ өсөн! Беҙҙең бөтәһе лә яҡшы буласаҡ! – һушты алырлыҡ нәмәләр хаҡында һандуғастай һайрай...

Баныу Ҡаһарманова.
(Дауамы киләһе һанда).
*Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Автор:По материалам ИА "Йәшлек"
Читайте нас: