Был өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса һалған кеше өсөн бик уңайлы – милеккә хоҡуҡ шунда уҡ рәсмиләштерелә һәм ул ҡулына теркәү тураһындағы әҙер документтарҙы ала. Тимәк, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыға документтар йыйырға һәм төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй – барыһын да төҙөүсе эшләйәсәк.
Әгәр объект өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙы йәлеп итмәйенсә төҙөлһә, төҙөүсе биналарға һәм машина-урындарға хоҡуғын кадастр иҫәбенә ҡуйыу датаһынан алып 6 айҙан да һуңға ҡалмайынса теркәргә тейеш. Был норма милек хоҡуғы рәсмиләштерелмәгән күсемһеҙ объекттарҙың күбәйеүенә юл ҡуймай.
Бынан тыш, яңы проект буйынса килешеүҙәрҙе теркәү йәһәтенән бөтә ғаризалар электрон формала ғына ҡабул ителәсәк.
Фатирҙы ҡабул итеү-тапшырыу актына ҡул ҡуйғандан һуң милек хоҡуғын теркәү ваҡыты закон менән ҡаралмаған. Әммә милеккә хоҡуҡты теркәмәйенсә һеҙ фатир менән идара итә – уны һата, бүләк итә, ҡуртымға бирә, алмаштыра алмаясаҡһығыҙ. Шулай уҡ хоҡуҡты теркәмәү һалым һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙән азат итмәй.