Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь , 13:58

Башҡортостан халҡының яртыһынан ашыуы гриптан прививка яһатҡан

...

Башҡортостан халҡының яртыһынан ашыуы гриптан прививка яһатҡан
Башҡортостан халҡының яртыһынан ашыуы гриптан прививка яһатҡан

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең яртыһынан ашыуы грипҡа ҡаршы вакцина эшләткән, тип хәбәр итә республиканың Роспотребнадзор идаралығы.  

Прививка кампанияһы башланғандан алып халыҡтың 52,3% гриптан вакцина яһалған.

Уларҙың күпселеге Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау һәм Бөрө ҡалаларында күҙәтелә.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы аҙнала республикала киҫкен респиратор инфекцияһын йоҡтороуҙың 22 мең осрағы теркәлгән, шуның 48,1% — балалар араһында. Үткән аҙна менән сағыштырғанда сирлеләр 8,3% артҡан.

Башинформ хәбәр иткәнсә, быйыл эпидемик миҙгел иртә — сентябрҙең тәүге яртыһында уҡ башланды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-18/bolee-poloviny-zhiteley-bashkirii-privilis-ot-grippa-4013851

Автор:По материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: