Бушлай иғлан сервистарының береһендә Өфөлә көсөктәрҙе ярты миллион һумға һатыу хаҡында иғлан барлыҡҡа килде. Һатыусылар бындай хаҡты тоҡомдоң һирәк осрауы менән аҡлай.
Мәҫәлән, яңы төр француз бульдогының “Бигроп вельвет” көсөктәрен 500 мең һумға һаталар. Һатыусы иғланда уның рәсми рәүештә теркәлеүен һәм тейешле документтары булыуын билдәләгән.
“Ҡыҙыҡай бар. Хаҡы 500000 һум. Нулдәр менән яңылышманым. Яҙырға һәм һорарға кәрәкмәй. Беҙҙең көсөктәр теркәлгән, документтары бар. Эксклюзив ҡиммәтле ҡәнәғәтлек. Һирәк, матур, ғәҙәти булмаған әйберҙәр яратҡан кешеләр өсөн”, – тип яҙылған иғланда.
Шулай уҡ “Той-пудель” һәм “Мальта болонкаһы микро” тоҡомло көсөктәрҙе һатыу тураһында иғландар бар. Һатыусылар улар өсөн 350 мең һәм 200 мең һум алырға теләй.
Ә һеҙ ошондай хаҡҡа көсөк һатып алыр инегеҙме?