Өфөлә IV «Елкән» башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусылар телеконкурсында В. Пегов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Анна Алексеенко Гран-при яуланы. Елена Сгибова уҡыусыһы оркестр менән композитор Илдар Хисаметдиновтың «Башҡорт әкиәте» пьесаһын башҡарҙы.
Гала-концертта 12 финалсы баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге Дәүләт академия симфоник оркестрына ҡушылып уйнаны. Быйыл йәш конкурсанттар Нариман Сабитов, Нур Дауытов, Рафаил Ҡасимов, Илдар Хисаметдинов, Урал Иҙелбаев, Азамат Аҙнағолов, Морат Әхмәтов, Салауат Әхмәҙуллин, Әлфиә Хәбирова, Айрат Кәримов яҙған көйҙәрҙе башҡарҙы. Финалсылар өсөн махсус рәүештә яңы әҫәрҙәр ҙә ижад ителде.
— Финалға сыҡҡан балалар тәүгә симфоник оркестр менән уйнаны. Илдар Хисаметдинов, Нур Дауытов, Урал Иҙелбаевтың финалсыларыбыҙ өсөн махсус яҙылған әҫәрҙәре беренсе тапҡыр яңғыраны, — ти проекттың концепция авторы, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙа, композиторҙар ҙа, хатта тәжрибәле жюри ағзалары ла бик тулҡынланды.
«Елкән» телевизион проектында ҡатнашыусылар башҡорт академик музыкаһы әҫәрҙәренә яңы һулыш бирә, күренекле композиторҙарҙың музыкаһы һәм ижады аша республика тарихын һөйләй. Проект академик музыканы үҫтереүгә этәргес булып тора.
Был конкурсты Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойоштора. Дүртенсе телеконкурста 111 йәш музыкант ҡатнашты. Улар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен дүрт номинацияла (фортепиано, ҡыллы музыка ҡоралдары, тынлы музыка ҡоралдары, халыҡ музыка ҡоралдары) башҡарҙы. Балаларҙы танылған музыканттар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Артур Нәзиуллин, Илшат Мөслимов, Шәүрә Сәғитова, Артур Ғайсаров, Виктория Симонова баһаланы.