Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь , 15:00

“Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында сәнәғәт мөмкинлектәре тикшерелде

Форумдың тәүге көнөндә Өфөлә “Сәнәғәт кооперацияһы. Ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр” панель сессияһы булды.

“Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында сәнәғәт мөмкинлектәре тикшерелде
“Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында сәнәғәт мөмкинлектәре тикшерелде

Форумдың тәүге көнөндә Өфөлә “Сәнәғәт кооперацияһы. Ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр” панель сессияһы булды. Дәүләттәр сәнәғәт өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур мөмкинлектәргә эйә, тигән фекергә килде унда ҡатнашыусылар.

Рәсәй-Ҡаҙағстан эшлекле советының башҡарма директоры, “БСК” акционерҙар йәмғиәтенең Йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү һәм бизнесты оҙатыу буйынса идаралығы начальнигы Наталья Крючкова билдәләүенсә, бөгөн халыҡ-ара иҡтисадта барған үҙгәртеп ҡороу фундаменталь характерҙа. Саҡырыуҙар бығаса булмаған, ләкин статистика сәнәғәт производствоһының ыңғай динамикаһын күрһәтә.

“Әгәр Евразия иҡтисади союзы статистикаһын ҡараһаҡ, быйыл туғыҙ айҙа Евразия иҡтисади союзы ағзаһы булған бөтә дәүләттәрҙә сәнәғәт етештереүе үҫеше күҙәтелгән. Рәсәйҙә ул 3,4 процентҡа артҡан, Ҡаҙағстанда - 3,1 процентҡа. Өҫтәүенә эшкәртеү сәнәғәтенә баҫым яһала”, - тип хәбәр итте Наталья Крючкова.

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Европа, Төньяҡ Америка, БДБ илдәре һәм күп яҡлы иҡтисади хеҙмәттәшлек департаменты директоры урынбаҫары Демьян Смилевец Өфөгә килә алманы. Пленар дискуссияла ул Мәскәүҙән видеобәйләнеш буйынса ҡатнашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын спикер илдәребеҙ араһындағы сәнәғәт повесткаһының тығыҙ булыуына йүнәлтте.

“Бөгөн дөйөм суммаһы 70 миллиард долларҙан ашыулыҡ 70-тән ашыу ҙур уртаҡ проект беҙҙең иғтибар өлкәһендә. Улар - сәнәғәттең өҫтөнлөклө тармаҡтарындағы ҙур кооперация һәм инвестиция проекттары. Шуныһы ҡыуаныслы, Рәсәйҙең Ҡаҙағстанға экспорты өлөшө тап сәнәғәт продукцияһына тура килә. Тәүге ярты йыллыҡ тураһында һөйләгәндә, төп экспорт тауарҙары – металдар һәм уларҙан яһалған изделиелар, машиналар, ҡорамалдар, транспорт саралары, шулай уҡ химия сәнәғәте продукцияһы һәм минераль ашламалар. Шулай итеп, сеймал булмаған экспорттың өлөшө 80 процентҡа яҡын тәшкил итә, был бик яҡшы күрһәткес”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды белгес.

Ике дәүләт күптән инде ябай экспорт-импорт операцияларынан тәрән етештереү бәйләнештәренә күсте, улар предприятиеларға яңы технологияларҙы һәм ихтыяжлы компетенцияларҙы үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Был, һис шикһеҙ, илдәребеҙҙең иҡтисади үҙаллылығын да, технологик суверенитетын да нығыта.

Ҡаҙағстан Республикаһы Сәнәғәт һәм төҙөлөш министрлығының Сәнәғәт комитеты рәйесе Азамат Панабаев хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһы Ҡаҙағстандың иҙ ҙур инвесторҙарының береһе, инвестициялар күләме 1,8 миллиард доллар тәшкил итә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса илдәр араһында тауар әйләнеше рекордлы 26 миллиард долларға еткән. Шуның 80 проценты - сәнәғәт тауарҙары.

“Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙә 52 миллиард долларлыҡ 168 проект бар. Шуларҙың 93-ө тормошҡа ашырылған”, - тип билдәләне Азамат Панабаев. Ике ил дә уникаль ресурстарға, технологияларға, тәжрибәгә эйә, шуға күрә ҡеүәт файҙаланып бөтмәгән, ә ҙур перспективаларға эйә, тип билдәләне ул.

Металл эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү, химия сәнәғәте Ҡаҙағстан сәнәғәте өсөн сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө тармаҡтары булып тора. Үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә инвесторҙар инфраструктура үҫеше, һалым һәм башҡа өҫтөнлөктәр йәһәтенән ярҙамдан файҙалана.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-11-27/na-forume-rossiya-kazahstan-v-ufe-obsudili-promyshlennyy-potentsial-4026303

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: