Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар , 13:00

Яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арнала

17 ғинуарҙа Өфө балалар филармонияһында күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе була. Яҙыусының билдәле романының исеме буйынса кисә «Бөртөкләп йыйыла алтын» тип атала.

Яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арнала
Яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арнала

— Был кисә – әҫәрҙәре күп быуын уҡыусыларын илһамландырған кешене иҫкә алыу мөмкинлеге ул, — тип һөйләне «Башинформ»ға режиссер Дамир Йосопов. — Программала — уның иң яҡшы әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыу, шулай уҡ хәҙерге әҙәбиәткә йоғонтоһон тикшереү. Яҙыусыны хөрмәтләп иҫкә алыу һәм мираҫының «алтын»ын бөртөкләп йыйыу өсөн беҙгә ҡушылығыҙ.

Режиссер һүҙҙәренсә, программала дүрт балалар театр коллективы ҡатнаша: «Росток» өлгөлө балалар театры (етәксеһе Салауат Нурисламов), «Непоседы» өлгөлө театры (етәксеһе Лариса Беляева), «Бим-Бом» театр студияһы һәм «Волшебная рампа» халыҡ театры (етәксеһе Лилиә Иванова).

Инеү ирекле, киске сәғәт 6-ла башлана. 0+

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡортостан Башлығы указы буйынса республикабыҙҙа Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр. Ойоштороу комитетын Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкләй.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-01-10/v-ufe-organizuyut-vecher-k-100-letiyu-bashkirskogo-pisatelya-yanybaya-hammatova-4079710

 

Автор:
Читайте нас: