Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар , 16:00

Яугир ғаиләһенә торлаҡ алырға ярҙам иттеләр

Дүртөйлө районында “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалының социаль координаторҙары Гүзәл Рәшитова һәм Ришат Вәлиев Исмәғил ауылынан Нуртдиновтар ғаиләһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алырға ярҙам итте.

Яугир ғаиләһенә торлаҡ алырға ярҙам иттеләр
Яугир ғаиләһенә торлаҡ алырға ярҙам иттеләр

Дүртөйлө районында “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалының социаль координаторҙары Гүзәл Рәшитова һәм Ришат Вәлиев Исмәғил ауылынан Нуртдиновтар ғаиләһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алырға ярҙам итте. Социаль координаторҙар республикала күрһәтелгән ярҙам саралары буйынса МХО-ла ҡатнашыусының ҡатынына консультация бирҙе – ғаилә уларҙы тулыһынса файҙалана. Бынан тыш, яугирҙең ҡатыны - фонд филиалы ирекмәне, ул социаль координаторҙарға ярҙам итә: иғландар тарата, ярҙам саралары тураһында һөйләй, уның аша фонд хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡы менән бәйләнешкә сыға.

Ғаилә башлығы мобилизацияға тиклем малсы булып эшләй. Уның ҡатынына соцкоординаторҙар Башҡортостан Республикаһының “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына эләгеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатты, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса урынбаҫары менән осрашыу ойошторҙо. Берлектәге ғәмәлдәр һөҙөмтәһе – МХО-ла ҡатнашыусы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алды. Хәҙер уның ғаиләһе уңайлы яңы йортта өй туйларға ниәтләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының 97 социаль координаторы бар. Кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү, ғәмәлдәге ярҙам сараларын алыу, ә республикала улар 40-тан ашыу, һаулыҡты нығытыу, ҡайтанан уҡытыу һәм тыныс тормошҡа ҡайтыу - социаль координаторҙар хәл иткән бурыстар.

“Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондын Рәсәй Президенты указы буйынса булдырҙылар.

Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан.

 Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ. Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

 

Автор:
Читайте нас: