Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар , 15:00

Йәштәр пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юллана

Ҡара диңгеҙҙә яғыулыҡ тейәгән танкерҙар ҡазаға тарыу сәбәпле, мазут таралыуы тураһында хәбәрҙе ишеткәнһегеҙҙер. Яр буйын, пляждарҙы һаман таҙартып бөтә алмайҙар. Волонтерҙар кәрәк. Башҡортостан да ситтә ҡалмай.

Йәштәр пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юллана
Йәштәр пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юллана

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Вито Сабиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, беҙҙә ярҙам өсөн ирекмәндәр штабы төҙөлә.

Әле мазут ағыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 25 000 самаһы волонтер эшләй. Улар туҡланыу, кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән.

Кем дә кем волонтерҙар сафына ҡушылырға теләй, ошо һылтанма аша мәғлүмәт ебәрһен: clck.ru/3FijJm/. Төркөм тупланыу менән юлға сығасаҡтар.

Белешмә өсөн ирекмәнлек хәрәкәте бүлеге етәксеһе Марат Рафиҡовҡа мәрәжәғәт итергә: +7 919 609-00-75 (Рафиков Марат Фильгатович) 

Шулай уҡ ярҙам итергә теләүселәр төрлө материал ебәрә ала: моҡсайҙар, көрәк, итек, бирсәткә, эсәр һыу, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек.

Уларға Wildberries һәм OZON маркетплейстарында заказ бирергә мөмкин (алыу пункттары: с. Витязево, ул. Черноморская, д. 120А; с. Витязево, ул. Черноморская, д. 95Б; г. Темрюк: ул. Бувина, д. 276, корпус 2, тауар алыу кодын ТГ аша шуларҙа ебәрергә: с. Витязево: +7 (922) 632-45-75 (Олеся); г. Темрюк: +7 (961) 598-46-87 (Анна).

Ярҙам итәйек!

Фото: Вито Сабиров

 

Йәштәр пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юллана
Йәштәр пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юллана
Автор:
Читайте нас: