– Донбасстағы һуғыш темаһына арналған экспозиция музейҙа йылдан артыҡ эшләй, – тип хәбәр итте музей һаҡлаусыһы Майя Андреева. – Хәҙер уға яңы артефакттар: хәрби бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙҙың шәхси әйберҙәрен, документтар һәм фотоларын өҫтәр саҡ етте. Улар хәрби кейем, награда документтары (йә уларҙың күсермәләре), хаттар, һаҡланыу саралары, һалдат көнкүреше йә һалдаттың тыныс тормошон сағылдырыусы әйберҙәр булыуы мөмкин. Беҙ беҙҙең мөрәжәғәткә яуап биргән һәр кемгә шат буласаҡбыҙ.
– Беҙҙең музейҙа булғандар, – ти директор Ольга Ивлева, – «Ватанды һаҡлаусы залы» экспозицияһы менән таныш. Унда Бөйөк Ватан һуғышына бәйле бай материалдар, Ватандан ситтә хеҙмәт бурыстарын үтәгән бәләбәйҙәр хаҡында материалдар бар. Икенсе йыл беҙ махсус операцияла ҡатнашыусы бәләбәйҙәр һәм яҡташтарына ярҙам итеүсе бәләбәйҙәр хаҡында мәғлүмәт, предметтар йыябыҙ. Киләсәк быуындарға хәтерҙе һаҡлағы, әлеге быуынға махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең, Рәсәйҙең яңы төбәктәрен аяҡҡа баҫтырыусы белгестәрҙең, ирекмәндәрҙең, Бәләбәй районының еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшө хаҡында һөйләге килә. Беҙ хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ, махсус операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары, ирекмәндәр менән осрашыуҙарға шатбыҙ, шулай уҡ музей фондына ошо тематика буйынса әйберҙәр алырға әҙербеҙ.
Бөтә һорауҙар менән 8(34786) 3 00 63 телефонына шылтыратығыҙ.