Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙонлоғо 73,13 йәшкә еткән. Хөкүмәт ултырышында 2025 йылда медицинаны үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән пландар ҡаралды:
🟢Республиканың Кардиология үҙәгендә хирургия корпусы асыла.
🟢6 яңы поликлиника һәм 134 ФАП, амбулаториялар һәм табиптар офистары төҙөлә.
🟢 4,5 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм 99 санитар машина һатып алына.
Быларҙың барыһы өсөн 8 млрд аҡса бүленә.
Ҡатын-ҡыҙ һаулығына айырыуса иғтибар бүленә. Ауылдарҙа 8 ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары барлыҡҡа килә, ә өс перинаталь үҙәк яңы ҡорамал аласаҡ. 242 медицина хеҙмәткәре торлаҡлы буласаҡ.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ошо юлдар меән ғүмерҙе оҙонайтып булыр микән?