24 ғинуарҙа палата комиссияһы рәйесе Марина Таран Бәләбәй гуманитар-техник колледжында (ике корпуста – педагогик һәм машина төҙөлөшө, гидравлика, программалаштырыу һ.б.) булды.
Техник корпуста үҙҙәренең колледж штатына ингән ашнаҡсылары менән ашхана бар. Унда аш төрләндерелә: бер нисә төрлө бутҡа, салаттар бар, хаҡтары ла һәр кем алырлыҡ. Студенттар һәм уларҙың уҡытыусылары 100 һумға төшкө аш ашай ала. Йәтимдәр, инвалидтар, аҙ тәьмин ителгәндәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ҡайнар аш урынына аҡсалата компенсация ала, сөнки белем биреү барышында туҡландырыуҙы ойоштороуы ҡыйын. Гуманитар корпуста ашхана эшләмәй, әммә студенттарҙың техник корпустағы ашханаға төшкө ашҡа йә буфет продукцияһына заказ бирә ала. Ҙур тәнәфес ваҡытына заказдарҙы гуманитар корпусҡа килтерәләр. Ашхана бинаһында йылытып, өҫтәл артына ултырып ашау өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Дөйөм ятаҡҡа килгәндә, бында заманса ремонт эшләнмәгән, шулай ҙа таҙа, йыйнаҡ, хуш еҫ.
Бүлмәләрҙә 2-3-әр кеше йәшәй. Көнкүреш шарттары яҡшы, душ, кер йыуыу, үтекләү эштәре графикка ярашлы. Беренсе ҡатта тематик саралар уҙғарыу өсөн зал бар.
Колледждар студенттарын хәлде объектив асыҡлау өсөн «Удовлетворенность студентов условиями проживания в общежитиях и питания в столовых колледжей в РБ» һорауҙарына яуап бирергә кәрәк.
Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте
Ошо һылтанма буйынса һорауҙарға яуаптар бирергә мөмкин: https://forms.yandex.ru/u/674ef890f47e73f23020e5ee/