Был партияның, «Рәсәй йәштәре»нең һәм «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй хәрәкәтенең берлектәге эше. «Үлемһеҙ полк», «Георгий таҫмаһы», «Хәтер баҡсаһы», Еңеү парадтарында ҡатнашыу, иҫтәлекле урындарҙы һәм яугирҙәр ҡәберлектәрен төҙөкләндереү – ошо акцияларҙы һәм башҡа ваҡиғаларҙы ойошторғанда активистар ярҙам итәсәк. Был хаҡта Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәтен һаҡлау комитеты рәйесе урынбаҫары, «Еңеү ирекмәндәре» Үҙәк штабы рәйесе Ольга Занко хәбәр итте. Ленинград өлкәһендә Рәсәйҙән һәм 9 илдән: Алжирҙан, Испания, Абхазия, Беларусь, Бенин, Болгария, Ҡаҙағстан, Молдова һәм Тажиҡстандан ирекмәндәр көндөҙгө уҡыу үттеләр.